«Луганщина хеҙмәтсәндәре» мемориалы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Луганщина хеҙмәтсәндәре» мемориалы
укр. Меморіал «Трудівникові Луганщини»
Архитектор Илья Овчаренко Пантелеевич[d]
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы ноябрь 1967
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Бетон
Административ-территориаль берәмек Луганск

«Луганщина хеҙмәтсәндәре» мемориалы (укр. Меморіал «Трудівникові Луганщини») — 1967 йылда Луганск өлкәһендә ҡуйылған һәйкәл.

Дөйөм характеристикаһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1967 йылда Совет урамында Луганщина хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығына тура килтереп һәйкәл ҡуйыла. Мемориалдың тулы исеме — «Октябрҙең 50 йыллығы хөрмәтенә Луганщина хеҙмәтсәндәренә». Һәйкәлдең авторҙары — скульпторҙар П. Овчаренко, И. М. Чумак һәм архитектор М. Житомирский. Һәйкәл башы өҫтөнә факел тотҡан эшсе һынын кәүҙәләндерә[1]. Скульптура мөйөшлө платформала ҡуйылған, уның өҫтөнә яҙылып ҡуйылған:

« Октябрҙең 50 йыллығына Луганщина хеҙмәтсәндәренә. 1967 йыл, ноябрь »

Һәйкәлде реставрациялау

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәлде төҙөгән тәүге материал бетондан була, ул тәбиғәт факторҙары тәьҫирендә емерелә башлай. Скульптураны баҡыр ҡатламы менән көпләргә ҡарар ҡабул ителә, ә бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ныҡ зыянланған нигеҙен гранитҡа алмаштырырға булалар. Был эште «Луганськміськбуд» компанияһынан, ә скульптураны баҡыр менән көпләүҙе Харьков белгестәренән эшләтәләр[1].

Кис көнө һәйкәлде яҡтыртыу өсөн махсус яҡтыртыу ҡулайламаһы ҡуйыла. Ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Манолис Пилавова һүҙҙәре буйынса, ҡала бюджетынан реставрация эштәре өсөн 400 мең гривна бүленгән. 2009 йылдың 26 июнендә баҡыр һәйкәл яңынан асыла[2].

Халыҡ биргән исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ һәйкәлде төрлөсә: «Факеллы ир», «Ут сығарыусы», «пироманьяк» һәм хатта «Фантомас»— тип тә атап йөрөтә[1].