«Приазовский край» гәзите редакцияһы йорто

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
«Приазовский край» гәзите редакцияһы йорто
Файл:"Приазовский край" гәзите редакцияһы йорто - 1880 й. - Баҡса урамы,18 IMG 9607.JPG
47°13′06″ с. ш. 39°42′00″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ҡала Дондағы-Ростов
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

«Приазовский край» гәзите редакцияһы йорто — Дондағы Ростов ҡалаһының Оло Баҡса урамында,18/31 урынлашҡан бина[1]. Революцияға тиклем бында «Приазовский край» гәзите редакцияһы урынлашҡан. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].

Йорт 1880-се йылдар аҙағында төҙөлә[2]. 1890-сы йылдарҙа унда «Приазовский край» редакцияһы торған. Етәкселекте үҙ ҡулына алғандан һуң, совет власы бинаны милли объектҡа үҙгәрткән. 2000-се йылдар аҙағында йорт Ростов ҡала хакимиәтенең балансында тора һәм файҙаланылмай[3].

«Призовский край» гәзите редакцияһы йорто Оло Баҡса һәм Туғанлыҡ тыҡрығы мөйөшөндә тора. Бина тура дүрт мөйөш формалы, эсендә ҡоҙоҡ формалы ишек алды бар. Бина эсендәге бүлмәләр барыһы ла бер рәттә һәм уларҙың ишектәре коридорға табан асыла.

Редакция йорто кирбестән һалынған, ҡыйыҡ башлы. Фасады классицизм стиле элементтарын файҙаланып төҙөлгән. Йорттоң берҙәм композицияһын бинаның бер формалағы һәм ҙурлыҡтағы тәҙрәләре һәм аттиктары билдәләй. Оло Баҡса урамынан беренсе ҡатҡа инеү ишеге пилястрҙар менән билдәләнгән. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр өс мөйөшлө фронтонлы порталдар менән биҙәлгән. Балкондары тышҡа табан бөгөлгән металл рәшәткәле. Фасадты биҙәүҙә архивольттар, декоратив йоҙаҡтар һәм сандриктар ҡулланылған.

Йорт фасадында ике мемориаль таҡта тора. Беренсе 1968 йылда ҡуйылған таҡтала был гәзит редакцияһында 18961898 йылдарҙа яҙыусы Александр Серафимович Серафимович (18631949) эшләгән тип яҙылған.

1978 йылда фасадҡа ҡуйылған икенсе таҡтала был гәзит редакцияһында 18931895 йылдарҙа яҙыусы Алексей Иванович Свирский эшләгән тип яҙылған.

  1. 1 2 Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2013.
  2. Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — С. 21.
  3. О здании редакции газеты “Приазовский край”. voopiik-don.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2013.
  • Захарьянц Т. Н., Иноземцев Г. А., Семерик П. В. Ростов-на-Дону. — Ростов-н/Д., 1949. — С. 128.

К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q908)