«Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы
«Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | 16 июнь 2024 |
Адрес | Башҡортостан, Салауат районы |
Килеүселәр һаны | йылына 17 мең |
«Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы — Башҡортостанда Салауат Юлаев тыуып үҫкән Тәкәй ауылы урынында, «Янғантау» георапкы биләмәһендә асылған тарихи-мемориаль парк.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Комплекс 4,5 гектар самаһы ерҙе биләй. Уның биләмәһендә мемориаль комплекс, күҙәтеү майҙансыҡтары, музей һәм «йәшел театр» урынлашҡан. Шулай уҡ күп һанлы арт-объекттар, стелалар, бәләкәй архитектура элементтары һәм Салауаттың шиғырҙары яҙылған стендтар ҙа бар.[1] Парк 16 июндә, Башҡортостанда Салауат Юлаевтың 270 йыллығы билдәләнгән көндә, «Салауат йыйынына» фольклор байрамы көндәрендә асылды.[2] 20-се тапҡыр уҙғарылған «Салауат йыйынына» республика фольклор байрамына республиканың башлығы ла килде. Радий Хәбиров байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм барыһын да милли геройҙың тыуыуына 270 йыл тулыуы менән ҡотланы.[3] .
Парктың концепцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙенсәлекле тарихи паркты халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Салауат. Өн араһында ете төш» әҫәренә нигеҙләнеп эшләгәндәр. Парктағы һәр үҙәндә «Тыуған илде һағыныу», «Бала саҡ хәтирәләре», «Әсә менән осрашыу», «Ауыр һынауҙар юлы», «Халыҡ менән осрашыу», «Салауат һәм уның атаһы Юлай» һәм «Йыуаныс» кеүек тематик нөктәләр урынлаштырылған. Һәр нөктә Салауат Юлаевтың тормошоноң мөһим этаптарын, уның «тормош юлын» аса, ә урындар өсөн бәйләүсе нигеҙ — Салауат Юлаев юлы, унда уның тормошо менән танышырға мөмкин.
Төп һуҡмаҡ буйлап сәйәхәтселәр Салауат Юлаевтың шиғырҙары яҙылған стелаларҙы күрәсәк.
- «Батырға хөрмәт билдәһе үҙәне»
2017 йылда таштан тирмә, иҫтәлекле стела, визит-үҙәге, ҡарау майҙансығы һәм амфитеатр ролен үтәгән таҡтаташтар ҡуйылған.
- «Инеү ҡапҡалары»
Көндәлек донъя менән символик сик, «мәңгелек» символы. Ҡапҡаның бер яғанда Салауат Юлаевтың шиғырҙары яҙылған. Туристар артабан ағас беседкаларға юл ала.
- «Тыуған илде һарығыу»
Һыҙылмала ике таш ҡуйылған, таштар Ҡөрьән китабын ҡуя торған «рале» символы. Бында туристар эскәмйәләрҙә ял итә ала.
«Бала саҡ хәтирәһе» Юл Уҫ Ҡанда йылғаһы аша күпер буйлап үтә. Метал торбалар, хатта оло кеше лә үҙен бәләкәй генә итеп тойорлоҡ итеп яһалған. Торбалар — һөңгөләрҙе (башҡорт халҡының һынмаған рухы символы) символлаштыра.
- «Әсә менән осрашыу үҙәне»
Һуҡмаҡта ултырып ял итеү урындары ҡаралған. Арыраҡ аллегорик һын — ҡатын-ҡыҙ фигураһы урынлаштырылған, уның кейемендәге монист тауышы һәм һыу шаулауы үҙенсәлекле мөхит тыуҙыра. Һуҡмаҡтың уң яғында йорт символы булған стилләштерелгән тирмәләр ҡуйылған.
- «Халыҡ менән осрашыу»
Вертикаль һалынған бүрәнәләр Салауаттың ҙур халыҡтың өлөшө икәнлеген, һәм уның менән «яурынға яурын терәшеп» ирек өсөн көрәште күрһәтә.
- «Ауыр һынауҙар юлы»
Туристар метал стелалар янындағы һуҡмаҡ буйлап үтәләр.
- «Салауат күпере»
Сәйәхәтселәр Уҫ Ҡанда йылғаһы аша күперҙе күрәсәк. Күпер йәйғор формаһында яһалған һәм ярым үтә күренеп торған метал селтәренән эшләнгән. Күпер аҫтында тирмән тәгәрмәсе ҡуйылған.
- «Салауат һәм уның атаһы Юлай»
Архитектура композицияһында тау битлә-ендәге ике ағас итеп күрһәтелгән, туристар ағастан янынан үтә.
- «Йыуаныс»
Экоһуҡмаҡ маршруты Салауат шиғырҙары яҙылған павильонда тамамлана.[4]
Әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы туристарҙы йәлеп итеүҙә мөһим мәҙәни һәм тарихи объект булып тора, ул үҙенең үҙенсәлекле атмосфераһы һәм тәрән символизмы менән айырылып тора. Был комплекс милли герой Салауат Юлаевҡа бағышланған иҫтәлекле урын ғына түгел, ә башҡорт халҡының бай тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге лә бирә. Бында килеүселәр заман рухына сумып, Салауаттың тормошондағы төп этаптарҙы асҡан һуҡмаҡтар буйлап үтә һәм уның исеме менән бәйле күп һанлы арт-объекттарҙы, мемориалдарҙы һәм архитектура формаларын күрә ала.
Бынан тыш, «Салауат ере» – туристар өсөн матур тәбиғәт менән танышыу, музей, «йәшел театр»ҙа спектаклдәр ҡарау һәм Салауат Юлаевтың стендтарҙа сағылған шиғырҙары аша милли мәҙәниәт менән танышыу мөмкинлеген биргән урын. Комплекс мәҙәни ял итеү һәм тарихи мираҫ менән танышыу өсөн уникаль мөмкинлектәр тәҡдим итә, был уны Башҡортостан һәм уның бөйөк шәхестәр тураһында күберәк белергә теләгән туристар өсөн әһәмиәтле урын.
Йыл һайын был тәбиғәт мөйөшөнә 17 меңдән ашыу турист килә һәм парк асылыу менән уларҙың һаны, республиканың туризм министрлығы пландары буйынса, бер нисә тапҡырға артасаҡ[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында «Салауат ере» паркы асыла (башҡ.). Мәсетле тормошо (4 июнь 2024).
- ↑ Яугиргә һәм шағирға бағышлана: Башҡортостанда «Салауат ере» паркы асылды (башҡ.). Тамаша (18 июнь 2024).
- ↑ Радий Хабиров принял участие в торжественном открытии комплекса «Салауат ере» . Bash.news (V).
- ↑ Достопримечательности Башкортостана и геопарка «Янган-тау»: экотропа и парк «Земля Салавата» в Текеево . Наш Урал. Достопримечательности.
- ↑ В Башкирии открыли историко–мемориальный комплекс «Салауат ере» . Башинформ (16 июнь 2024).