«Хәрби-Диңгеҙ флоты отличнигы» билдәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Хәрби-Диңгеҙ флоты отличнигы» билдәһе
Изображение награды
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Төр Күкрәккә таға торған билдә
Кемгә тапшырыла Иң яҡшы хәрби һәм сәйәси әҙерлек, бик яҡшы хеҙмәт итеү һәм өлгөлө дисциплина өсөн ҡыҙылфлотсыларға бирелә.
Статус Бирелмәй
Статистика
Беренсе бүләкләү 10 август 1939
Сиратлылыҡ
Тап килә «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы отличнигы» билдәһенә

«Хәрби-Диңгеҙ флоты отличнигы» билдәһе — 1939 йылдың 10 авгусында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1186-сы ҡарары менән булдырылған күкрәккә таға торған билдә[1]. СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты ҡыҙылфлотсылары иң яҡшы хәрби һәм сәйәси әҙерлек, бик яҡшы хеҙмәт иткәне һәм өлгөлө дисциплинаһы өсөн ошо билдә менән наградланған. Бүләкләү Хәрби-Диңгеҙ флотының ирекле ялланған караптарының, хәрби-диңгеҙ флоты частары һәм учреждениеларының хәрби һәм сәйәси әҙерлеге яғынан айырыуса айырылып торған ҡыҙыл флотсыларын, командирҙарын, начальниктарын Флот хәрби советтары, флотилия командующийы тәҡдиме буйынса СССР Хәрби-Диңгеҙ флоты Халыҡ Комиссары бойороғо менән башҡарылған. Билдә һул яҡта лавр япраҡтары һәм уңда — якорь сылбыры һүрәте менән уратып алынған фигуралы пластинанан ғибәрәт. Өҫкө өлөштә — елберҙәп торған хәрби-диңгеҙ флагы, уның аҫтында тулҡындарҙы киҫеп барған линкор һүрәте төшөрөлгән.

  • Доманк А. С. Знаки воинской доблести. — 2-е изд., перераб. и доп.. — М.: Патриот, 1990. — 134 с.

Ҡалып:Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Күкрәккә таға торған билдәләре (1922—1941)