Ёна (ауыл)
Ёна (ауыл) | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Городской округ Ковдорский район[d] |
Нигеҙләү датаһы | 1574 |
Почта индексы | 184131 |
Урындағы телефон коды | 81535 |
Уникальный номер ГАР | 92231a00-94aa-435d-a28c-6239be573634 |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 156 метр |
Код КЛАДР | 5100200000200 |
Туғандаш ҡала | Савукоски |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1574 |
Халыҡ һаны | |
Дәүләт | |
Ёна — Мурманск өлкәһенең Ковдор районы ҡала округындағы ҙурлығы буйынса бишенсе урында торған ауыл. Ена йылғаһы тамағында, уның Кохозероға ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы — 314 кеше (2010). Район үҙәгенә тиклем 40 км; Енский ҡасабаһынан — 3 км; Ена станцияһынан — 4& км. Башҡа тораҡ пункттар менән автомобиль һәм тимер юл транспорты бәйләй.
Тарихы
Беренсе тапҡыр Ено-Бабинский погосты 1574 йылда, батша Иван Грозный бойороғо буйынса төньяҡты тикшерегән Василий Огалин йылъяҙмаһында осрай. 1600 йылда погост башҡа ҙур ауылдар менән бер рәттән, Олай Мехалковтың йылъяҙмаһында телгә алына. Кольск ярымутрауының географик һүҙлегендә Ена (Иона) ауылын 1840 йылда Бабинск погостына килгәнбулып финн һәм саамдар нигеҙләгән тигән мәғлүиәт бар[2].
Халҡы
Халыҡ һаны, уларҙың йәшәгән биләмәһе тораҡ пункты, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ошо ауылда йәшәүселәр һаны 314 кеше тәшкил итә, шуларҙың 148-е - ир-ат (47,1 процент) 166-һы ҡатын-ҡыҙ (52,9 %)[3][4]. 2002 йылда ауылда 445 кеше йәшәгән.
Атамаһы
Ауыл атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә версия бар:
- Ион исемле хөрмәтле аҡһаҡал исеменән алынған
- саам телендәге «ён» - көртмәле тигәндән алынған
- Ёна йылғаһы ( саам телендә — ҙур йылға) атамаһынан алынған[2].
Инфраструктураһы
Элек ауылда 10-сы Ковдор һөнәрселек училищеһының (элекке ПУ № 25) филиалы була[5].
Туғанлашҡан ҡалалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://web.archive.org/web/20170825230638/http://murmanskstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/murmanskstat/resources/aa332b004e80f75784f8f7b8fc91c3ba/14650.zip
- ↑ 1 2 Сайт школы № 4 посёлка Ёнский 2010 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- ↑ Статистический сборник Численность, размещение и возрастно-половой состав населения Мурманской области. Итоги Всероссийской переписи населения. Том 1. 2012 2012 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған. / Федеральная служба государственной статистики, Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Мурманской области. Мурманск, 2012 — 75 с.
- ↑ Численность населения Мурманской области по полу на 14 октября 2010 года 2013 йылдың 26 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Гепатит усмирили — возьмемся за грипп 2014 йылдың 21 октябрь көнөндә архивланған. «Мурманский вестник» № 78, 79 от 28 апреля 2005
- ↑ Города-побратимы Мурманской области // Кольская энциклопедия. В 5-и т. Т. 1. А — Д / Гл. ред. А. А. Киселёв. — Санкт-Петербург : ИС ; Апатиты : КНЦ РАН, 2008. — С. 502.