Абдуллин Мәғәсүм Мөлөк улы
Абдуллин Мәғәсүм Мөлөк улы (1918 - 16.08.1944) - ҡыҙылармеец, 2-се Украин фронты составындағы 73-сө гвардия уҡсылар дивизияһының 214-се гвардия уҡсылар полкы яугире, гвардия сержанты, Ленин ордены кавалеры[1][2].
Биографияһы
Мәғәсүм Мөлөк улы Абдуллин 1918 йылда Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Тымытыҡ улусына ҡараған (һуңынан — Татар АССР-ы, хәҙер — Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы) Урсай ауылында тыуған. Ауыл мәктәбендә белем алғандан һуң, уҡытыусы һөнәренә эйә була.
Үзбәк ССР-ының Бохара өлкәһе ВЛКСМ-дың Ҡыҙылтәпә районы инструкторы булып хеҙмәт итә.
Бында ул малсылыҡ өлкәһе белгесе булып хеҙмәтен башлаған Башҡортостандың хәҙерге Салауат районы Лаҡлы ауылы ҡыҙы Мәфрүзә менән таныша, һәм улар 1941 йылдың апрелендә улар өйләнешәләр. Улдары тыуа[3].
Хәрби юлы
1938 йылда Үзбәк ССР-ы Бохара өлкәһе Ҡыҙылтәпә район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла, тигән мәғлүмәт бирелгән «Халыҡ хәтере» сайтында.
Ташкент ҡалаһында алты айлыҡ хәрби әҙерлек үткән саҡта, 1941 йылдың 11 сентябрендә, яҙған хатында ул кәләшенә Мәрйәм, тип өндәшә.
13 март 1942 йыл. Донъяла иң ҡәҙерле булған улым Ринат, бәғрем Мәрйәм! ...Иҫән булһаҡ, бәғрем, йәнә өсәүләп бергә йәшәрбеҙ.
Тарихи белешмә Әкрәм Вәлиҙең «Славные сыны Башкирии» тигән йыйынтыҡтағы очергында Мәғәсүм Абдуллин Салауат районы Лаҡлы ауылында тыуып үҫкән егет тигән мәғлүмәт урын алған, һәм 1970-се йылдарға тиклем уны Салауат районы кешеһе һәм Советтар Союзы Геройы тип иҫәпләп йөрөттөләр. Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында зоотехник һөнәрен алып, йүнәлтмә буйынса Урта Азияға эшкә килгән Лаҡлы ҡыҙы Гәрәева Мәфрүзә Хәлил ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләй Мәғәсүм. Ғаиләһе һуғыш йылдарында Лаҡлыла йәшәй, улы, сабый Ринат, ҡаты сирҙән вафат була[4]
1943 йылдың 9 октябрендә Лаҡлыға Мәғәсүм Абдуллиндың һәләк булыуы тураһында ҡара хәбәр килә. Бәлки, был хәбәр яңылыш килгәндер, тип фекер йөрөтөргә була.
Бөйөк Ватан һуғышында 2-се Украин фронты составындағы 73-сө гвардия уҡсылар дивизияһының 214-се гвардия уҡсылар полкы яугире, гвардия сержанты, Курск дуғаһында барған аяныслы алыштарҙа 1943 йылдың 1 ноябрендә батырлыҡ күрһәткәне өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә.
«Халыҡ хәтере» сайтында уның 1944 йылдың 16 авгусында вафат булыуы тураһында мәғлүмәт бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Ленин ордены (1.11.1943)[5]
Хәтер
1978-1980 йылдарҙа Үзбәк ССР-ы Сурхандаръя өлкәһендә йәшәүсе Мәфрүзә апай менән хат алышты «Ҡыҙыл ҡәнәфер» эҙәрмәндәр клубы етәксеһе Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы Абдуллина, шулай уҡ «Социалистик Татарстан» гәзите журналисы Хәйретдинов Сәмиғулла Кәрим улы менән дә бәйләнеш урынлаштырыла. Татар АССР-ының төп баҫмаһында Хәйретдиновтың Мәғәсүм Абдуллинға бағышланған «Исеме дан булып ҡайтты» тигән мәҡәләһе донъя күрә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- ЦАМО, Фонд: 58, Опись: 977523, Дело: 137
- Башҡортостан батырҙары тураһында. Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылған йыйынтыҡ, 1950-се йй.
- Миңһылыу Абдуллина. Лаҡлы музейы арихынан. Мәғсүм Абдуллин/ Йүрүҙән. 23 март 2005 йыл. № 25
Һылтанмалар
- Абдулин Магисум
- Указ Верховного Совета СССР о награждении орденом Ленина
- Книга памяти по Республике Татарстан, с. 23
- Ответ Краснокамского ВК Молотовского района на запрос жены Абдуллина Магасума Абдуллиной М.М.
- Абдулин Максум Мулюкович
- АБДУЛЛИН МАКСУМ МУЛЮКОВИЧ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абдулин Магисум
- ↑ Указ Верховного Совета СССР о награждении орденом Ленина
- ↑ Миңһылыу Абдуллина. Лаҡлы музейы арихынан. Мәғсүм Абдуллин/ Йүрүҙән. 23 март 2005 йыл. № 25
- ↑ Миңһылыу Абдуллина. Лаҡлы музейы тарихынан. Мәғсүм Абдуллин/ Йүрүҙән. 23 март 2005 йыл. № 25
- ↑ Указ Верховного Совета СССР о награждении орденом Ленина
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |