Абдуллин Әзһәр Хәниф улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хәләл ефете Зиганшина, Рашида Абдуллазяновна[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
Һөнәр төрө композитор
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 20 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 30 август 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны

Абдуллин Әзһәр Хәниф улы (20 октябрь 1923 йыл — 30 август 1993 йыл) — дирижер, композитор, музыка белгесе, педагог. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)[1]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Әзһәр Хәниф улы Абдуллин 1923 йылдың 20 октябрендә ТАССР-ҙың Минзәлә өйәҙе Байлар районы Подгорный ауылында тыуған. Атаһы урта мәктәп директоры була.

1952 йылда — Ҡазан консерваторияһының дирижерлыҡ-хор факультетын (С. А. Казачков класы), 1955 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы аспирантураһын тамамлай.

Сәнғәт фәне кандидаты (1971) (диссертация темаһы — «Татар халыҡ йыры: тематика, жанрҙар һәм халыҡ башҡарыуындағы ҡайһы бер үҙенсәлектәр»).

1955 йылдан 1993 йылға тиклем Ҡазан консерваторияһында уҡыта[1].

1957 йылдан 1967 йылға тиклем — Татар академия театры дирижеры[1].

1958—1959 йылдарҙа — Татар опера һәм балет театры дирижеры һәм хормейстеры[1].

1967—1968 йылдарҙа — Татар АССР-ы Йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе[1].

1959—1975 йылдарҙа — Татар АССР-ы Хор йәмғиәте идараһы рәйесе[1].

1983 йылдан алып хор дирижерлығы кафедраһы профессоры[2].

1992 йылдан татар музыкаһы кафедраһы профессоры[2].

Татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртеү, татар музыкаль фольклорына арналған эштәр, драма спектаклдәренә музыка авторы, репертуар йыйынтыҡтарын төҙөүсе һәм мөхәррире.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1993 йылда Ҡазанда вафат була.

Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһының һәм Татар Республикаһының халыҡ артисы В. Гәрәева, Н. Емельянов, М. Кәшипов; РСФСР-ҙың халыҡ артисы А. Мамонтов, В Чепкасов, А Щербакова.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Татарское народное музыкальное творчество // Муз. культура Сов. Татарии. М., 1959;
  • Татарские народные песни. М., 1963; Тематика и жанры татарской дореволюционной песни // Вопр. тат. музыки. Казань, 1967 и др.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. 1 2 3 4 5 6 Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999.— С. 8.
  2. 1 2 Казанская государственная консерватория им. Н. Г. Жиганова // Абдуллин Азгар Ханифович (1923—1993). Дата обращения: 20 март 2014. Архивировано 20 март 2014 года. 2014 йылдың 20 март көнөндә архивланған.

Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999. — С. 8.