Азалия (исем)
Викидата элементы юҡ |
Азалия — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Донъяның күп халыҡтарында ҡулланыла.
Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәскә исеменән алынған. Азалия исеме ғәрәп сығышына эйә һәм «даими», «мәңгелек» тигәнде аңлата. Был исемдең икенсе версияһы ла бар. Азалия «азалеос» грек һүҙҙәренән «киптерелгән» тигәнде аңлата, тип иҫәпләнә. Өсөнсө вариантҡа ярашлы, исем «сәскә атыусы ҡыуаҡлыҡ» тип тәржемә ителә. Рәсәй биләмәһендә уны, башлыса, мосолман ғаиләләренән ҡыҙҙарға ҡушалар.[1]
Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәғитова Азалия Наил ҡыҙы (2 ғинуар 1997 йыл) — Рәсәй спортсыһы, шашкасы. 2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса етеҙ программала Рәсәй Кубогы бронза призеры. 2008 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составына инә (йәштәр составына).
Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы (1 ғинуар 1978 йыл) — ғалим-этнограф, шәрҡиәтсе. Тарих фәндәре кандидаты (2006).
Азалия Вәлиева — йырсы, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.[2]
Игги Азалия (Аметист Амелия Келли; 7 июнь 1990 йыл) — хип-хоп башҡарыусы. Тәүге тапҡыр ул ғауғалы «Pu доллар» һәм «Two Times» йырҙарын видеоға һалған саҡта танылыу ала. 2011 йылдың 27 сентябрендә Азалия «Ignorant Art» исемле тәүге микстейп сығара.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аза́лия (лат. Azalea) — арсалылар ғаиләһенә ҡарай (Вересковые (Ericaceae)) — Azalea L..
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Значение имени Азалия 2021 йылдың 26 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ [1](недоступная ссылка)
- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/Игги_Азалия
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: | |
Аҙаш исемдәр исемлеге. | |
Башҡа мәғәнәләр. | |
Шулай уҡ: «Азалия» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |