Азатлыҡ һәйкәле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Азатлыҡ һәйкәле
латыш. Brīvības piemineklis
Дәүләт
Бейеклеге/буйы 42 ± 1 метр
Нигеҙләү датаһы 1935[1]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Central District, Riga[d]
Мираҫ статусы Q23931121?[1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d], Травертин, Тимербетон и Баҡыр
Проектлаусы Зале, Карлис[d]
Архитектор Шталберг, Эрнест Екабович[d]
Булдырыусы Зале, Карлис[d]
Урынлашыу
Рәсем
Указания, как добраться Brīvības bulv. un Raiņa bulv. krustojumā[1]
Һүрәтләнгән объект Свобода[d]
Административ-территориаль берәмек Центральный район[d][1]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Азатлыҡ һәйкәле (латыш. Brīvības piemineklis) — Ригала урынлашҡан, ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе һәм Латвияның рәсми булмаған символы булып тора. 1935 йылда Латвия бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә ҡорбан булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған.

Һәйкәл Риганың үҙәк урамында — Бривибас бульварында (лат. Brīvības bulvāris, «Азатлыҡ бульвары»)[2][3], Иҫке Риганан йыраҡ түгел урынлашҡан.

1990 йылда Аспазияс бульварынан Райня бульварына тиклем Бривибас бульварының 200 метрлыҡ өлөшө транспорт хәрәкәте өсөн ябыла, шулай итеп Азатлыҡ һәйкәле майҙаны барлыҡҡа килә. Майҙанға ҡала каналы аша күпер ҙә инә. Һәйкәлдән төньяҡтараҡ, иҫке ҡәлғә валы урынында баҡса-парк сәнғәте ҡоролмаһы — Бастион тауы урын алған. Һәйкәлдән көньяҡта Латвия Милли опера бинаһы, ә майҙандың көньяҡ-көнбайышында кафе һәм «Лайма» сәғәте урынлашҡан.

1910 йылдан ошо уҡ майҙанда (әммә башҡа урында) Петр I һәйкәле торған була. Тиҙҙән ул Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң Риганан мәҙәни ҡиммәттәрҙе эвакуациялау барышында һүтеп алына.

Латвия бойондороҡһоҙлоғо көрәшселәре өсөн һәйкәл ҡуйыу идеяһы 1922 йылда тыуа, шул саҡта Латвияның премьер-министры Зигфрид Анна Мейеровиц буласаҡ һәйкәлдең проектын эшләүгә конкурс ҡағиҙәләрен әҙерләргә йөкмәтә. Бер нисә конкурстан һуң «Йондоҙ кеүек балҡы!» девизы аҫтында Карлис Зале проекты һайлап алына. 1931 йылда төҙөлөш эштәре Латвия халҡы йыйған иғәнәләргә башҡарыла.

Һәйкәл Латвия бойондороҡһоҙлоғоноң иғлан ителеүенең 17-йыллығына — 1935 йылдың 18 ноябрендә асыла.

Латвия СССР-ға ҡушылғандан һуң 1940 йылда һәйкәлде төҙөкләндереү, күсереү һәм хатта һүтеү тураһында мәсьәләләр күтәрелә, әммә фекер алышыуҙа билдәле скульптор В. И. Мухинаның (Ригала тыуған), архитектура академигы Л. В. Рудневтың һәм һәйкәл архитекторы, Латвия ССР-ы фәндәр академияһы академигы архитектор Э. Е. Шталбергтың ҡатнашлығында монумент элекке ҡиәфәтендә үҙенең урынында һаҡланып ҡала[4][5].

1. Свобода2. Латвия3. Лачплесис4. Разрушитель оков5. Вайделотис6. Отечеству и Свободе7. 19058. Битва на Железном мосту9. Часовые Отечества10. Работа11. Учёные12. Семья13. Латышские стрелки14. Латвийский народ: певцы
Скульптураларҙың һәм барельефтарҙың урынлашыу схемаһы (ҡарар өсөн дизайндың тейешле элементына баҫығыҙ)

Һәйкәл ҡыҙыл граниттан, травертиндан, бетон һәм баҡырҙан эшләнгән 42 метр бейеклектәге вертикаль монументтан ғибәрәт. Нигеҙендә 13 скульптура һәм барельеф урынлашҡан, улар легендар герой Лачплесистан алып ҡыҙыл латыш уҡсыларына тиклем ил тарихы биттәрен һүрәтләй.

19 метрлыҡ төп пилон түбәһендә туғыҙ метр бейеклектә «Азатлыҡ» фигураһы — йәш ҡатын-ҡыҙ (Милда булараҡ билдәле), өҫкә һуҙылған ҡулдарында Латвияның тарихи өлөштәрен — Курземе, Видземе һәм Латгалены сағылдырған өс йондоҙҙо тотоп тора.

Һәйкәл фасадында — «Tēvzemei un Brīvībai» (рус. «Отчизне и Свободе» «Ватанға һәм Азатлыҡҡа») уйылып яҙылған

Һәйкәлдең авторҙары:

  • скульптор Карлис Зале (1888—1942), Петербург Сәнғәт академияһында билдәле скульптор А. Т. Матвеевтың уҡыусыһы, 1920 йылда тамамлаған.
  • архитектор Э. Е. Шталберг (1883—1958), Петербург Сәнғәт академияһы академигы Л. Н. Бенуаның уҡыусыһы (1914), һуңынан — Латвия ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), Латвия ССР-ының фәндәр академияһы академигы (1946).
«Халыҡ йыры» барельефы
Төнгө күренеш
Азатлыҡтың баҡыр фигураһы ҙур планда
  1. 1 2 3 4 Latvijas Vēstnesis (латыш.)Latvijas Vēstnesis, 1993.
  2. Latvia.travel Памятник Свободы. Дата обращения: 15 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
  3. Live RIGA — Памятник Свободы
  4. Час № 268 (19.11.1998.) 2012 йылдың 22 июнь көнөндә архивланған..
  5. Русские Латвии. Вера Мухина
  • Памятник Петру I (Рига)