Айла (фильм)
Айла | |
---|---|
Композитор | |
Башҡарыусы/артист | Фахир Атакоглу[d] |
Рәсми сайт | aylafilmi.com/?lang=en |
Рейтинг Kijkwijzer | 12[d][1] |
Ролдәрҙә | |
Оҙайлылыҡ | 125 Минут |
Место действия | Төркиә |
Жанр | хәрби фильм[d] |
Режиссёр | |
Рейтинг ICAA | не рекомендуется детям младше 12 лет[d][3] |
Распространяется | Warner Bros.[d] |
Етештереүсе компания | Warner Bros.[d] |
Әҫәр яҙылған тел | Төрөк теле, инглизсә и Корей теле |
Фолловерҙар һаны | 2516 |
Атамаһы | ингл. Ayla: The Daughter of War |
Нәшер ителеү ваҡыты | 27 октябрь 2017 |
Ил |
«Айла» (төр. Ayla) — төрөк режиссёры Джан Улкай 2017 йылда төшөргән фильм. Картина Төркиәнән «сит телдәге иң яҡшы фильм» категорияһында «Оскар» премияһына тәҡдим ителә, әммә квалификация үтмәй[4][5].
Сюжеты
Корея һуғышы барғанда БМО көстәре составында һуғышҡан Төрөк бригадаһы сержанты Сөләймән өшөгән-туңған корей ҡыҙсығын ҡотҡара. Ул уны үҙҙәренең бригадаһына алып килә. Ҡыҙға Айла тигән исем бирәләр. Һуғыштан һуң Сөләймән үкһеҙ етем ҡыҙҙы уллыҡҡа ала алмай, сөнки ғаиләһеҙ булғанға күрә хөкүмәт рөхсәт итмәй. Уға Айланы балалар йортона бирергә тура килә.
Ролдәрҙә
- Исмаил Хаджиоглу — йәш Сөләймән
- Ким Соль — Айла (бала)
- Четин Текиндор — ҡарт Сөләймән
- Ли Гён-джин — Айла (өлкәнәйгәс)
- Али Атай — Али
- Дамла Сёнмез — Нуран
- Мурат Йылдырым — лейтенант Мәсүт
Фильмды төшөрөү
Айла фильмы Ким Ын-джа менән Сөләймән Дилбирлиҙең реаль яҙмышына нигеҙләнгән, уларҙың тарихы 2010 йылда Көньяҡ Кореяның MBC телеканалында Kore Ayla тигән документаль фильмда күрһәтелә[6]. Кастинг Көньяҡ Кореяла 2016 йылда үтә. Кескәй Айла роленә Ким Соль алына, элек ул Көньяҡ Кореяның Яуап 1988-ҙә тигән телесериалында төшкән була[6]. Ко Ын Мин кескәй Айланың әсәһе ролен башҡара[7]. Төркиәнең «Turkish Airlines» авиакомпанияһы картинаның бағыусыһы була, Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы булышлыҡ күрһәтә. Картинаның күп өлөшө Төркиәлә төшөрөлә. Фильм 2017 йылдың июнендә әҙер була[7].
Бүләктәре һәм номинациялары
- 2017 йыл 21 октябрь — Кейптаундағы Халыҡ-ара кинофестивалдә иң яҡшы монтаж өсөн премия [8].
- 2017 йыл 2 ноябрь — Сидней кинофестиваленең Азия донъяһы кинофестивалендә иң яҡшы фильм өсөн премия[9].
- 2017 йыл 8 декабрь — Алтын туризм йыл кинопремияһы[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.kijkwijzer.nl/index.php?id=26&i=287373
- ↑ 1 2 3 4 5 Česko-Slovenská filmová databáze (чеш.) — 2001.
- ↑ https://sede.mcu.gob.es/webicaa/Ficheros/57519/34/57519/1/209.pdf
- ↑ Ayla . Box Office Mojo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2018.
- ↑ Ayla . The Numbers. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2018.
- ↑ 1 2 '응팔' 진주 김설, 한국-터키 합작영화 ‘아일라’ 주연 발탁, Newsen (23 ноября 2016). 13 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 고은민, 한국*터키 합작영화 '아일라'출연…터키 현지촬영 완료, Korea Economic Daily Television (4 июля 2017). 13 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ Türkiye’nin Oscar adayı 'Ayla’ya ödül
- ↑ Ayla’ya Bir Ödül de Los Angeles’tan
- ↑ Ayla’ya bir ödül daha
Һылтанмалар
- Официальный сайт фильма 2018 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
- «Айла» (инг.) Internet Movie Database сайтында Некорректно заполненный шаблон {{рейтинг}}.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |