Айно Аалто

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Защитник авторских прав право на воспроизведение не представлено членом CISAC[d][1]
Гражданлығы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған[d]
Һөнәр төрө архитектор, дизайнер
Тыуған ваҡыттағы исеме фин. Aino Maria Mandelin
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 25 ғинуар 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[5][6][…]
Вафат булған көнө 13 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[7] (54 йәш)
Тыуған урыны
Хәләл ефете Алвар Аалто[8]
Эшмәкәрлек төрө архитектор[d]
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Design Museum Gent[d] и Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[10]
Рәсем
Имя в браке Aino Maria Marsio-Aalto
Үлем сәбәбе Яман шеш
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Заты ҡатын-ҡыҙ[2][11][…]
Рәсми атамаһы фин. Aino Maria Marsio-Aalto
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Айно Мария Марсио-Аалто (фин. Aino Maria Marsio-Aalto, тыумыштан Манделин, фин. Mandelin; 25 ғинуар 1894[5][6][…] йыл, Хельсинки[8]13 ғинуар 1949[7], Хельсинки[8][9][…]) — фин архитекторы һәм дизайнеры, скандинав дизайнына нигеҙ һалыусы. Архитектор Алвар Аалтоның беренсе ҡатыны.

Айно Мария Манделин 1894 йылда Хельсинки ҡалаһында тыуған. 1913 йылда мәктәпте тамамлай, шул уҡ йылда Хельсинки технология университетында архитектура һөнәре буйынса уҡый башлай. 1920 йылда архитектор дипломын ала[12]. 1923 йылда Манделин Йювяскюля ҡалаһына күсеп килә. Киләһе йылда Аалто Алварҙа эшләй башлай. 1924 йылда улар өйләнешә. Никахтан ике бала тыуа.

Аалто вазаһы

Ирле-ҡатынлы Турку ҡалаһына күсеп килә һәм унда 1927 йылда архитектор Эрик Бриггман менән хеҙмәттәшлек итә башлай. 1933 йылда улар Хельсинкиға ҡайта. Аалтолар биналар проекты өҫтөндә эшләй, уларҙың берлектәге һәм айырым проекттары була. Улар араһында Төньяҡ Европа неоклассицизмы стилендәге Паймиола шифахана һәм Майреала вилла була. Айно тәү сиратта интерьер, шулай уҡ керамика һәм текстиль дизайны менән шөғөлләнә. Ирле-ҡатынлы скандинав дизайнына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләнә.

1935 йылда Аалто мебель етештереү буйынса Artek компанияһына нигеҙ һала. Айно компанияның баш дизайнеры була, ә 1941—1949 йылдарҙа — идарасы директоры була[13][14]. 1939 йылда Аалтолар Нью-Йоркта Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Айно шулай уҡ быяла һауыт-һаба дизайнеры булараҡ билдәле[13]. Ул фин компанияһы Iittala менән хеҙмәттәшлек итә. Уның дизайны менән быяла изделиелар һәм бер ни тиклем үҙгәртелгән күсермәләре IKEA кеүек сауҙа селтәрҙәрендә һатыла. 1936 йылда Айно Миланда Триенналела быяла стакандар дизайны өсөн алтын миҙалға лайыҡ була. Ирле-ҡатынлы шул ваҡытта уҡ Аалто вазаһы кеүек билдәле ваза эшләй.

Айно Аалто 1949 йылда 55-се йәшендә яман шеш ауырыуынан вафат була, Хиетаниеми зыяратында ерләнә. 1952 йылда Алвар Аалто икенсе тапҡырға архитектор Мякинеми Элиссаға өйләнә. Айноның архитектура һәм дизайнға индергән өлөшө уның иренә ҡарағанда, башлыса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡаршы архитектурала тиҫкәре ҡараш арҡаһында, аҙ билдәле[15].

  1. DACS register
  2. 1 2 artist list of the National Museum of Sweden — 2016.
  3. Museum of Modern Art online collection (ингл.)
  4. Hautahaku
  5. 1 2 Aino Aalto // reproduction right
  6. 1 2 Aino Aalto // NUKAT — 2002.
  7. 1 2 Manufacturers
  8. 1 2 3 4 5 Biografiskt lexikon för Finland (швед.)SLS.
  9. 1 2 Alvar & Aino AaltoGoogle Books.
  10. http://www.moma.org/collection/works/3573
  11. http://www.encyclopedia.com/topic/Alvar_Aalto.aspx
  12. Aino Aalto, the Aalto House and the elastic standardization(англ.). Hidden Architecture.
  13. 1 2 Aino Aalto  (инг.), Finnish Design Shop.
  14. Lee, V.. The house that Alvar Aalto built  (инг.), The Times (1 September 2012). 22 март 2018 тикшерелгән.
  15. The Love Story of Alvar and Aino Aalto (ингл.). GIR.