Акаси-Кайкё

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Акаси-Кайкё
Акаси-Кайкё
Акаси-Кайкё күпер
Географик координаталар: 34°37′08″ с. ш. 135°01′16″ в. д.HGЯO
Рәсми исеме 明石海峡大橋
Файҙаланыу өлкәһе Автомобиль
Киҫешә Акаси боғаҙ
Урынлашыу урыны Авадзи утрау һәм Кобе ҡала
Конструкция
Конструкция төрө Аҫылма күпер
Төп ара 1 991 м
Дөйөм оҙонлоғо 3 911 м
Эксплуатация
Асылыу ваҡыты 5 апрель 1998

Ака́си-Кайкё (япон. 明石海峡大橋) — Японияла аҫылма күпер, Авадзи утрауындағы Авадзи ҡалаһын һәм Хонсю утрауындағы Кобе ҡалаһын Акасы боғаҙы аша таташтыра. Донъяла иң оҙон аҫылма күпер: пилон бейеклеге 298 метр була, тулы оҙонлоҡ — 3911 метр.

Күпер менән бәйле рекордтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гиннесстың рекордтар китабына күпер ике тапҡып керә: иң бейек аҫылма күпер һәм иң бейек күпер булараҡ, уның пилон бейеклеге 298 м, йәғни 90 ҡатлы йорттан бейегерәк. Һуңынан виадук Мийо күпере уны бейеклеге буйынса уҙып китә.
  • Әгәр Акаси-Кайкё күперен тартып торған ҡорос сымдарҙы (диаметры 5,23 мм) һуҙһаң, Ер шарын ете тапҡыр уратып алырға була.

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]