Акиров Мәжит Мөхәмәтязар улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 1904
Һуғыш/алыш
Тыуған урыны
Гражданлығы
Вафат булған көнө 1947
Заты ир-ат
Хәрби звание комиссар[d]

Акиров Мәжит Мөхәмәтязар улы (19041947) — партия һәм совет сәйәси-хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, политрук[1][2].

Мәжит Мөхәмәтязар улы Акиров 1904 йылда Һамар губернаһы Николаев өйәҙе Күҙәбай улусы (хәҙер — Һарытау өлкәһе Перелюбский районы) Акир ауылында тыуған[3].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

19261928 йылдар — Башҡорт Республикаһы Йылайыр кантонындағы Байҡары руднигы забойсыһы.

19291930 йылдар — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы «Яңы юл» колхозы партия секретары.

19301931 йылдар — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы тракторисы һәм шофёры.

19311933 йылдар — Мәскәүҙә белем камиллаштырыу курстарында шөғөлләнә.

19331934 йылдар — Башҡорт АССР-ының Нуриман районы мәҙәни-пропаганда бүлеге мөдире.

19341935 йылдар — Башҡорт АССР-ының Нуриман районында парткабинет мөдире, район гәзите мөхәррире.

19351936 йылдар — Өфө — Ишембай тимер юлының линия милицияһы хеҙмәткәре, сержант[1].

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына Куйбышев өлкәһе Кинель районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2].

1947 йылда Төркмән ССР-ы Мары өлкәһе Мургаб ҡасабаһында вафат була[1].

  • М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.182.