Алаверди (кафедраль собор)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Алаверди (кафедраль собор)
груз. ალავერდის მონასტერი
Административ-территориаль берәмек Ахмета[d]
Нигеҙләү датаһы XI быуат
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d] и Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Урынлашыу
Рәсем
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iv)[d] и (vi)[d]
Дәүләт
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

АлавердиXI быуаттың беренсе яртыһындағы кафедраль собор (Изге Георгий соборы) һәм Грузияла Кахетияның Ахмет муниципалитетындағы шул уҡ исемле ауыл янында монастырь комплексы.

Собор бейеклеге 50 м, эске киңлегенең бейеклеге 42 метрҙан артыҡ. Тбилисиҙағы Цминда Самеба төҙөлгәнгә тиклем Алаверди соборы Грузияла иң бейек сиркәү ҡоролмаһы була.

Собор б.э. тиклем 10 быуатта төҙөлгән,әммә уға ҡараған монастырь өс быуат элек грузин монахлығына нигеҙ һалыусы Иосиф Алавердели тарафынан барлыҡҡа килгән. Уның атамаһы ғәрәп теленән «Аллаһ тарафынан бүләк ителгән» кеүек тәржемә ителә.

Алаверди соборы ҡеүәтле ҡәлғә диуарҙары менән уратып алынған, улар эсендә хөжрәләр, хужалыҡ ҡаралтылары һәм шарап һаҡлағыс урынлашҡан. Зыян күреүҙәр һәм яңынан үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡарамаҫтан, бина үҙенең тәүге архитектура ҡиәфәтен һаҡлап ҡалған. Тик Кахетия батшаларының кәшәнәләре урынлашҡан галерея ғына юҡҡа сыҡҡан. Ҡорамдың тышҡы ҡиәфәте ябай һым мөһабәт. Стеналары һарғылт туф менән көпләнгән, ҡайһы бер урындарын ташта уйылған орнамент биҙәй.

Ҙур эске арауығын ҙур барабанға таянған осло көмбәҙ тамамлай. Диуарҙарында һәм түшәмендә XI, XV һәм XVII быуат биҙәктәре һаҡланған. Соборҙың изге әйберҙәре —уға нигеҙ һалыусы Иосиф Алавердиҙың һәм ыҙа сигеүсе Кетевандың ҡәберҙәре.

Алаверди соборын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы. исемлегенә индереүгә тәҡдим ителгән[1]