Алашаүлгән

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр/етем0

Алашаүлгән
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы и Ырымбур өлкәһе

Алашаүлгән (рус. Алаша Ульган) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тау.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алашаүлгән тауы Ҡыуандыҡ районындағы Ҡайраҡлы ауылынан 5 км төньяҡтараҡ, Ҡаҫмарт йылғаһы ҡушылдығы, Ҡыуандыҡ районында, өлөшләтә Башҡортостандың Ейәнсура районы биләмәләрендә аҡан Бәрҙеле йылғаһы буйында урынлашҡан[1]

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тау урынлашҡан төбәктең климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына уртаса 150 көн ята[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, оронимдың килеп сығышы тураһында төрлө фараздар йөрөй. Береһе буйынса, был төбәк тау-яландары Алаша исемле башҡорттоҡо булған да, тау уның исеме менән йөрөтөлә башлаған. Икенсе бер риүәйәттә был урында ҙур ғәрәсәт ҡубып бик күп йылҡы малы һәләк булған. Башҡорттарҙың йылҡысылыҡ менән бәйле бик күп күп топонимдарының береһе, тип яҙа С. М. Стрельников [3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  2. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  3. По легенде, название связано с именем башкира, владевшего здесь угодьями. По другому преданию, в старину на этом месте в пургу погибло много лошадей. Башкирское алаша — «мерин», улгэн — причастие прошедшего времени от башкирского глагола улеу — «ум ереть», «издохнуть», «подохнуть». «Издохший мерин». Один из многочисленных топонимов, отражающих коневодческий быт башкир. — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.