Александровск сауҙа рәттәре

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Александровск сауҙа рәттәре
Alexandrovskie rows 2006.jpg

Александровск сауҙа рәттәре — Таганрогтағы XIX быуат архитектура һәйкәле. Ул 1840 йылдарҙа төҙөлә, проект авторы — итальян архитекторы М. Кампиньони[1].

Баштан уҡ архитектура ансамбле ике бер иш бер ҡатлы, Александровск майҙанын (хәҙер ― Ҡыҙыл майҙан) яртылаш уратып алған бинана тора. Хәҙер уларҙы Чехов исемендәге урам айыра.

Уйынҡы фасадтар ҡәтғи дорический бағаналар менән тотош бейек галерея аркадаһын тәшкил итә. Колонналар араһындағы уйымдарҙа элек магазиндар урынлашып, һәр ҡайһыһының ишеге һәм ике тәҙрәһе була; артҡы ишек иркен ихатаға алып сыға. Бейек цоколдә тәрән подвалдарға төшөү урыны була. Галереяның баҫҡыстары һәм ҙур күләмле антаблемент ансамблдең бөтөнлөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡорамалды теүәлләп ҡуя. Структура сауҙа үҙәген түгел, ә антик ҡорамды хәтерләтә. Уң яҡ ситтәге, Ҡыҙыл тыҡырыҡ яғыедағы сауҙа урынын 1874—1876 йылдарҙа Антон Павлович Чеховтың атаһы ҡуртымға ала. Уны ағаһы Иван Лободаның да унда үҙ кибете була. Ҡайһы бер рәттәр буш булғанлыҡтан, сауҙа эшмәкәрлеге рәттәрҙең уң өлөшөндә туплана, ҡалған бинадар торлаҡ итеп бирелә (Чехов урамының һул яғы, 107 — 119-сы номерҙар)).

1911 йылда уң галереяның бөтөнлөгө ике ҡатлы күн изделиелары магазинын төҙөгәндә (Чехов урамы, 98) боҙола. 1921 йылда Павел Чеховтың элекке магазины өҫтөндә эшселәрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең союзын символлаштырған скульптура композицияһы урынлаштырыла. 1966 йылда ремонт эштәре барышында ул бинанан алына.

1935 йылда, А . П. Чеховтың тыуыуына 75 йыл тулыу алдынан рәттәр территорияһы йәмәғәт майҙанына әйләндерелә. Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында бомба төшөүҙән зыян күрә; күп кенә уйымдар кирбестән һалына. Зыянланмаған биналар һаман да файҙаланыла.

1960 йылда, яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулғанда, Таганрогта, Ҡыҙыл майҙанда уға һәйкәл ҡуйыла.

Александровск рәттәрен реставрациялау эштәре 2007 йылда тамамлана.

Боронғо һәм хәҙерге күренеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Чеховские места в Таганроге. Путеводитель. Таганрог, 2004

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. Цымбал, «Торговые ряды» // Таганрогская правда 06.02.1992;
  • А. Щербина, «Оптимальный вариант» // Таганрогская правда, 28.03.1985;
  • В. Решетников, «Торговые ряды» // Таганрогская правда, 25.01.1986.