Александров Сергей Николаевич (генерал-майор)
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто | |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1906 |
Вафат булған көнө | 17 август 1978 (71 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Һуғыш/алыш |
Александров Сергей Николаевич (15 сентябрь 1906 йыл — 17 август 1978 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (27 ноябрь 1942 йыл).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сергей Николаевич Александров 1906 йылдың 15 сентябрендә Ҡазанда тыуа.
1926 йылдың октябрендә РККА сафына саҡырыла һәм ТАССР Үҙәк Башҡарма комитеты исемендәге Татар-башҡорт берләштерелгән хәрби мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уны 1930 йылдың майында тамамлағандан һуң 65-се уҡсылар дивизияһына (Волга буйы хәрби округы) йүнәлтелә, унда 170-се уҡсылар полкы составында взвод командиры итеп тәғәйенләнә, ә 1931 йылдың октябренән 195-се уҡсылар полкында пулемет взводы һәм пулемет ротаһы командиры була[1].
1934 йылдың мартында 70-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Рота командиры, 208-се уҡсылар полкы батальоны штабы начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, ә 1936 йылдың авгусында дивизия штабына күсерелә, унда 4-се часть начальнигы, 1-се часть начальнигы ярҙамсыһы һәм 2-се часть начальнигы була[1].
1938 йылда Александров ВКП(б) сафына инә. Шул уҡ йылдың декабрендә 70-се дивизияның разведка батальоны командиры вазифаһына тәғәйенләнә, совет-фин һуғышында Карел муйынындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1940 йылдың февраль башында дивизия һөжүмгә күсә һәм дошмандың оборонаһын өҙөп Выборг ҡултығына сыға, һуңынан Хельсинки — Выборг юлын өҙә. Был Выборгты алырға булышлыҡ итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында майор Александров яралана, шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1].
Октябрҙә 217-се уҡсы полк командиры вазифаһына тәғәйенләнә (104-мин уҡсылар дивизияһы, 42-уҡсылар корпусы).
Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуғыш башланғанда элекке вазифаһында була. Полк Мурманскиҙан көнбайыштараҡ оборона хәрби хәрәкәттәре алып бара.
1942 йылдың мартында Александров 104-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, майҙа — 4-се саңғысылар бригадаһы командиры, ә августа — Лоухи станцияһы районында оборона хәрби хәрәкәттәре алып барған 23-сө гвардия уҡсылар дивизияһы командиры. 1942 йылдың ноябрендә дивизия Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа күсерелә һәм тиҙҙән Демянский һөжүм операцияһында ҡатнаша.
1943 йылдың мартында 245-се уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнә, дивизия Селигер, Демянск, Иҫке Русса күлдәре районында һәм Пустошка йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәр алып бара. 1944 йылдың 27 ғинуарынан Ленинград-Новгород операцияһы барышында һуғыштарҙа ҡатнаша, ә мартта — Псков эргәһендә. был алышта Александров ҡаты яралана.
Һауығып сыҡҡандан һуң 1944 йылдың майында Карел муйыны районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 13-сө уҡсылар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә[1]. Выборгҡа һөжүм операцияһы барышында, дошман оборонанһын өҙөгәндән һуң, Александров етәкселек иткән дивизия выборгты урап үтә һәм дошмандың төньяҡ-көнсығышҡа сигенеү юлын бүлә, 100-ҙән ашыу ауылды азат итә. 1944 йылдың ноябрендә дивизия 59-сы армия составына индерелә һәм Висла-Одер операцияһы барышында Домбров-Гурне, Семянович һәм Сосновецты азат итә. бының өсөн дивизияға «Домбровская» почетлы исеме бирелә. Тиҙҙән дивизия Нижнесилезский, Верхнесилезский һәм Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.
Һуғыштан һуңғы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1945 йылдың июлендә 13-сө уҡсылар дивизияһы тарҡатыла, генерал-майор Александров Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөнөң Хәрби советы ҡарамағына күсерелә. Шул уҡ йылдың октябрендә Ҡазан хәрби округының хәрби әҙерлек бүлеге штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1946 йылдың июлендә — 1-се Ҡыҙыл Байраҡлы Бобруйск уҡсылар бригадаһы командиры. Ә 1947 йылдың июленән — 188-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары.
1947 йылдың сентябрендә М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы ҡарамағындағы уҡсылар дивизияһы командирҙарының белемен камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамланғандан һуң 1948 йылдың ноябрендә 117-се уҡсылар дивизияһы (14-се армия, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы) командиры вазифаһына тәғәйенләнә[1].
Генерал-майор Сергей Николаевич Александров 1952 йылдың октябрендә биләгән вазифаһынан бушатыла һәм 1953 йылдың ғинуарында запасҡа сығарыла.
1978 йылдың 17 авгусында Ҡазанда вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин ордены (15.11.1950);
- Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.01.1942, 18.11.1944, 24.06.1948;
- 2-се дәрәжә Кутузов ордены (22.06.1944);
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.04.1945);
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (.01.1940, 02.11.1944);
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Великая Отечественная. Комдивы : военный биографический словарь / [Д. А. Цапаев и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина] ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М. : Кучково поле, 2014. — Т. III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов — Зюванов). — С. 42—43. — 1102 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0382-3.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Великая Отечественная. Комдивы : военный биографический словарь / [Д. А. Цапаев и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина] ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М. : Кучково поле, 2014. — Т. III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов — Зюванов). — С. 42—43. — 1102 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0382-3.
- Ҡазанда тыуғандар
- 15 сентябрҙә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- 17 августа вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Кутузов ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Ҡазанда вафат булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында дивизия командирҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында полк командирҙары
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- КПСС ағзалары
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- II дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр