Император Александр III һәйкәле — Рәсәй императорыАлександр III ҡуйылған монумент. Архитектор Александр Померанцев менән скульпторҙар Александр Опекушин һәм Артемий Обер тарафынан реализм стилендә төҙөлгән монумент[1]. 1912 йылда Мәскәүҙең Пречистенский яр эргәһендә Ҡотҡарыусы Христос ҡорамының көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә асыла. Большевиктар тарафынан 1918 йылдың июль көндәрендә һүтелә, Һәйкәл пьедесталы в 1931 году йылда юҡ ителгән[2].
Мәскәүҙә император Александру III 1894 йылдың октябрендә вафат булғандан һуң, ҡалала уға һәйкәл ҡуйырға булалар. Император Николай II күрһәтмәһе буйынса скульптура ҡоролмаһын төҙөү буйынса комитет булдырыла һәм уның башлығы итеп бөйөк кенәз Сергей Александрович тәғәйенләнә[3]. Бөтә ил буйынса монументтың иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителә, шулай уҡ аҡса йыйыуға яҙылыу башлана[4], уның йомғаҡтары буйынса яҡынса 2,5 миллион һум аҡса йыйыла. Конкурста беренсе урынды скульптор Александр Опекушин биләй— Мәскәүҙәге Пушкин һәйкәленең авторы. Баш архитектор итеп Мәскәү архитекторы Александр Померанцев, баш инженеры итеп архитектор Карл Грейнерт тәғәйенләнә. Монументты эшләүҙә шулай уҡ архитекторҙар Франц Когновицкий һәм Фома Богданович-Дворжецкий ҡатнаша. Тарихсы Иван Цветаев тәҡдиме буйынса һәйкәл урыны итеп Пречистенский яр буйындағы Ҡотҡарыусы Христос ҡорамы янындағы майҙан һайлана[5][6][7].
1900—1912 йылдарҙа монумент төҙөү дауам итә. Александр Опекушин әйтеүенсә, уға Александр III башын ике тапҡыр әүәләргә тура килә:был эште ныҡ ҡатмарландыра
…формовкой статуи лепщики меня замучили, вместо трёх месяцев, как обещали, тянут восемь… Да в добавление варвары разбили голову царя и с короною вдребезги – приходится лепить новую[8].
Монументты 1918 йылдың 17 июлендә күсерә башлайҙар. Был эш менән архитектор Николай Виноградов етәкселек итә. Шулай уҡ һәйкәлде юҡҡа сығарыуҙы РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советының беренсе рәйесе Владимир Ленин күҙәтә. Барон Карл фон Ботмер үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа: