Алис Кунке
швед. Alice Bah Kuhnke | |
Ғилми дәрәжә | бакалавр искусств[d] (ғинуар 2005) |
---|---|
Гражданлығы | |
Хәләл ефете | Йоханнес Кунке[d] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1] |
Уҡыу йорто | |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Ойошма ағзаһы | Партия зелёных[d] |
Фолловерҙар һаны | 3108 |
Эш урыны | |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, журналист, телеведущая, спортсменка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Биләгән вазифаһы |
|
3 октябрь 2014 — 21 ғинуар 2019 | |
Алда эшләүсе | Лена Адельсон-Лильерут[d] |
Дауам иттереүсе | Аманда Линд[d] |
2 июль 2019 | |
3 октябрь 2014 — 21 ғинуар 2019 | |
Алда эшләүсе | Stefan Attefall[d] |
3 октябрь 2014 — 21 ғинуар 2019 | |
Алда эшләүсе | Биргитта Оллсон[d] |
Дауам иттереүсе | Аманда Линд[d] |
23 ғинуар 2019 — 7 февраль 2019 | |
7 февраль 2019 — 18 июнь 2019 | |
24 сентябрь 2018 — 24 сентябрь 2018 | |
Дауам иттереүсе | Q18242588? |
22 ғинуар 2019 — 18 июнь 2019 | |
![]() | |
Тыуған көнө | 21 декабрь 1971[1] (53 йәш) |
Әүҙемлек урыны | Стокгольм |
Тыуған урыны | |
![]() |
Алиса Ба Кунка (швед. Alice Bah Kuhnke; 21 декабрь 1971 йыл, Мальмё) — Швеция сәйәсмәне, тележурналист.
2014 йылдың октябре — 2019 йылдың ғинуарында Швецияның Лёвен етәкселегендәге «ҡыҙыл-йәшел» министрҙар кабинетында мәҙәниәт һәм демократия министры.
Биографияһы
Атаһы — гамбиец. Әсәһе — швед. Векшала уҡығанында мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы спринтер ҡыҙҙарҙың береһе була. 2003 йылда Стокгольм университетының политология факультетын тамамлай.
90-сы йылдарҙан киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1992-1997 йылдары «Sveriges Television» йәмәғәт телевидение менән бәйле. Унда эшмәкәрлеге «Disney Club» тапшырыуы менән башлана. 1998 йылдан TV4 тапшырыуында шәхси ток-шоу алып бара.
2001—2004 йылдарҙа Skandia страховка компанияһында департамент директоры вазифаһында эшләй.
2007 йылдан ғәҙел сауҙа өсөн көрәшеүсе «Rättvisemärkt3» ойошмаһының генераль сәркәтибе була.
2009 йылдың сентябренән ÅF компанияһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм социаль яуаплылыҡ мәсьәләләре өсөн яуаплы хеҙмәткәр.
Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
2013 йылда MUCF — йәштәр эштәре буйынса дәүләт агентлығының генераль директоры итеп тәғәйенләнә.
Дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙа һәм консультатив советтарҙа төрлө вазифалар биләй. Шул иҫәптән, швед сиркәүҙәренең синодында тора (2006—2010) һәм Үҫмерҙәр христиан ассоцияцияһының (YMCA—YWCA) швед бүлексәһендә вице-президент була.
Йәшелдәр партияһына ингәндән һуң өс көндән үткәс, 2014 йылдың 3 октябрендә Лёвен етәкләгән һул центрик хөкүмәтенең мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә.
Шәхси тормошо
2002 йылдан алып швед актеры һәи йырсыһы Йоханнес Ба Кунка менән никахта тора.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Johnsson, Alice Mariama // Sveriges befolkning 2000 (швед.) — Sveriges Släktforskarförbund, 2020.