Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы
Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы | |
---|---|
Тыуған көнө | 1 май 1919 |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы |
Вафат булған көнө | 7 июнь 2009 |
Вафат булған урыны | Тимер ауыл советы (Бөрйән районы) Тимер ауылы |
Гражданлығы | СССР, Башҡорт АССР-ы, Рәсәй |
Эшмәкәрлеге | урмансы |
Наградалары һәм премиялары |
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы |
Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы (1 май 1919 йыл — 7 июнь 2009 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәтхулла Йәғәфәр улы Алтынбаев 1919 йылдың 1 майында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Тимер ауылында тыуған.
Фәтхулла Йәғәфәр улы 1939 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына. 92-се уҡсылар дивизияһы 203-сө уҡсылар полкы составында, ноябрь айынан 26-сы уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында Көнбайыш һәм Калининград фронттарында була. Яралана.
1942 йылда демобилизациялана. 1943 йылдың 13 апрелендә НКВД саҡыртып ала. Уны Советтар Союзына ҡаршы пропагандалауҙа һәм фашистарға ярҙам итеүҙә ғәйепләп, Ҡаҙағстанға холоҡ төҙәтеү лагерына ебәрәләр. Колонияла 10 йыл буйына баҡыр руднигында ла, көтөүсе лә булып эшләй. Унан һуң 2 йыл БАССР-ҙан ситтә йөрөгәндән һуң, ауылына ҡайта[1].
1955—1979 йылдарҙа Бөрйән урман хужалығында эшләй. 2009 йылдың 7 июнендә Тимер ауылында вафат була һәм Тимер ауыл Советы зыяратында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәжәрәһе[4]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алтынбаев Фатхулла Ягафарович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 55. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.