Алтын башаҡ (фонтан)
Алтын башаҡ | |
Административ-территориаль берәмек | Останкинский район[d] |
---|---|
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 1954 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Москва/Северо-восточный округ[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | проспект Мира, на территории ВДНХ |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Алтын башаҡ» фонтаны — Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең төп өс фонтанының береһе. Үрге быуаның үҙәгендә урынлашҡан. Фонтандың дөйөм бейеклеге — 16 м, һыу ағымының бейеклеге 25 метрға етә.
Тәүге фонтан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Быуа үҙәгендә буласаҡ фонтан 1937 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенең генераль планын эшләү этабында уҡ уйланылған була. Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенең баш архитекторы Вячеслав Олтаржевский «Главконсерва», «Главтабак», «Главчай», «Главкондитер» «Главпиво», «Главхолод», «Главликерводка» сауҙа павильондары һәм төп ресторан менән уратып алынған фонтан һәм быуа тирәләй ял итеү урындары проектлаған була. Фонтанды Олтаржевский киләсәктә РФА-ның Төп ботаника баҡсаһын ойошторасаҡ архитектор И. А. Петров менән бергә эшләй[2]..
«Башаҡ» фонтанын Олтаржевский архитекторҙар Андре Гране (инг.)баш. һәм Роже-Анри Экспера (инг.)баш. Парижда 1931 йылдағы Колониаль күргәҙмә өсөн эшләгән «Кактус» фонтанынан алған тәьҫораттар аҫтында ижад итә. «Башаҡ» баҡыр япраҡтарҙан йыйыла һәм ап-аҡ павильондар фонында айырылып тора. Әммә материалды һайлау "Башаҡ"ты аҙ ғүмерле итә: металл ҡарая һәм онтала, шулай итеп, фонтан бер нисә йыл эсендә тулыһынса юҡҡа сыға һәм 1949 йылда һүтелә[2]
Икенсе фонтан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1954 йылда яңыртылған Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе асылыуға, күргәҙмәнең башҡа ике төп фонтандары «СССР халыҡтары дуҫлығы» һәм «Таш сәскә» авторы архитектор Константин Топуридзе скульптор Прокопий Добрынин менән бергә 3-сө быуа үҙәгендә яңыртылған «Алтын башаҡ» төҙөй[2].
Яңы версия күләме буйынса байтаҡҡа ҙурыраҡ була — «Башаҡ» 16 метр бейеклеккә етә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, фонтан төҙөлөр алдынан уның балсыҡтан тулы үлсәмдәге күсермәһе булдырыла. Фонтанды ҡеүәте 110 кВт һәм етештереүсәнлеге секундына 200 литрлыҡ ике насос агрегаты хеҙмәтләндерә. Улар ярҙамында «бойҙай»ҙа урынлаштырылған насадкаларҙан 66 һыу ағымы һиптерә, шуларҙың утыҙы 25 метрға етә. Баҡыр урынына алтын һәм ҡыҙыл смальта менән ҡапланған тимер-бетон ҡулланыла. Һоро гранит менән ҡапланған нигеҙендә смальта менән ҡапланған муллыҡ мөгөҙө ҡуйылған[2][3].
Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1980 йылдан алып фонтан яйлап туҙа, һәм 1990 йылда һүндереп ҡуйыла[4]. 2014 йылда ДБУ «Гормост» белгестәре фонтандың һөлдәһен нығыталар һәм махсус состав менән артабан емерелеүен туҡтатып торалар[5]. 2014 һәм 2015 йылдарҙа фонтан бер нисә тапҡыр яҡтылыҡ эффекттары ҡулланып күңел асыу саралары үткәреү урыны була. 2014 йылдың октябрендә быуала «Круг Света» фестивале сиктәрендә яҡтылыҡ музыкаль шоу үткәрелә[6]. Летом 2015 года фонтан стал частью площадки костюмированного бала Midsummer Night’s Dream 2015[7]. 2015 йылдың көҙөндә рәссам Марго Трушина VI Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте һәм инсталляцияһы Биенналеһы сиктәрендә Sila Sveta командаһы менән бергә фонтанда «The Tomorrow That Never Was/Завтра, которого не было» исеме аҫтында мэппинг эшләйҙәр[8].
2017 йылдың йәйенән алып «Алтын башаҡ» реставрацияла була[2]. 2018 йылдың 15 июлендә яңыртылған фонтан эшләй башлай[9].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фонтан «Халыҡтар дуҫлығы»
- Фонтан «Таш сәскә»
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Распоряжение Совета Министров – Правительства РФ № 1190-Р от 05.07.1993
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Фонтан «Золотой колос» . ВДНХ. Дата обращения: 2 июль 2017.
- ↑ Нефедов, 2014, с. 164
- ↑ Наталия Зотова. ВДНХ выдохнула . Новая газета (11 апрель 2014). Дата обращения: 2 июль 2017.
- ↑ Фонтаны ВДНХ: как ухаживают за 16 золотыми девушками . Москва 24 (2 октябрь 2014). Дата обращения: 2 июль 2017.
- ↑ «Круг света» посетят около 6 миллионов зрителей . Москва 24 (11 октябрь 2014). Дата обращения: 2 июль 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ Дима Бабушкин. Midsummer Night’s Dream 2015: Зарождение жизни . Intermoda (19 июль 2015). Дата обращения: 2 июль 2017.
- ↑ Трансляция фестиваля «Круг света» побила рекорд посещаемости . Москва 24 (2 октябрь 2015). Дата обращения: 2 июль 2017.
- ↑ Собянин открыл фонтаны Центральной аллеи на ВДНХ после реставрации . Москва 24. Дата обращения: 2019-3-10.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нефедов П. В. Путеводитель по ВДНХ. — М., 2014. — С. 164. — 236 с. — ISBN 978-5-4330-0033-9.