Алёшина Александра Семёновна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 21 февраль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (101 йәш)
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Зубкова Александра Семёновна[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Жуков миҙалы
Һөнәр төрө снайпер, ветеран
Тыуған урыны

Алекса́ндра Семёновна Алёшина (ҡыҙ фамилияһы — Зубкова; 21 февраль 1924 йыл, Орехово-Зуево, Мәскәү губернаһы[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Снайпер-инструктор. Фронтҡа 20-нән ашыу юғары квалификациялы уҡсылар әҙерләй.

Александра Семёновна Алёшина 1924 йылдың 21 февралендә Орехово-Зуевола күп балалы ғаиләлә тыуа. Һуғышҡа тиклем ата-әсәһе менән Ленин урамында йәшәй[3].

1941 йылдың 22 июнендә Александра әхирәттәре менән йылғала һыу инә. Һуғыш башланыуы тураһында өйгә ҡайтҡанда радионан ишетәләр[4].

Көҙгөһөн Александра әсәһе эшләгән «Респиратор» фәнни-производство предприятиеһына йыйыу цехына урынлаша[3].

Завод миномёттар өсөн приборҙар сығара. Был ваҡытта һуғыштар Мәскәү эргәһендә бара, йәш эшселәр шулай уҡ янғынға ҡаршы дружинала торғанлыҡтан, яндырыусы бомбаларҙы һүндереү һәм шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүгә сыға[3].

Файл:Алёшина Александра Семёновна (справа).jpg
Алёшина Александра Семёновна (уңда) яугир әхирәте менән

1941 йылдың 6 нобрендә Александраны һәм предприятиеның тағы 11 эшсеһен Наро-Фоминск эргәһенә танкыға ҡаршы соҡорҙар — оҙонлоғо һәм киңлеге 3 метр самаһы булған котловандар ҡаҙырға ебәрәләр. Улар барыһы ла бер өйҙә, аҫтарына һалам түшәп, кейемдә йоҡлап йөрөй. Бер кешенең ломға көсө етмәһә, уны икәүләп күтәрәләр. Егеттәр ерҙе соҡой, ҡыҙҙар уны ташый, брустверҙар эшләй. Эшселәрҙең күбеһе дошман авиацияһы утҡа тотҡанда яралана, һәләк булыусылар ҙа була[3].

Фашист пилоттары үҙҙәренең яғына сығырға тәҡдим итеп, листовакалр ырғытып китә[5].

1942 йыл башында заводта өс айлыҡ снайперҙар әҙерләү курстары ойошторола. Александра уларға беренселәрҙән булып яҙыла. Военкоматта ҡыҙҙы снайперҙарҙың үҙәк мәктәбенә бер йылдан һуң ебәрергә теләһәләр ҙә, ул үҙе ныҡышып, 1942 йылда уҡ әхирәттәре менән бергә китә[3].

Тәүҙә буласаҡ снайпер ҡыҙҙар Вишнякиҙа — Советтар Союзы Геройы Владимир Пчелинцев уҡыған Снайпер эше инструкторҙарының үҙәк мәктәбендә белем ала. 1943 йылдың майында ошо курстар нигеҙендә Амерово ауылында (Щёлковский районы) Снайперҙар әҙерләүҙең үҙәк ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе ойошторола[3].

Александра иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе була, бәләкәй калибрлы винтовканан төҙ атыуы менән айырылып тора. курстарҙы тамамлағандан һуң фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә командование башҡаса уйлай[6]:

Меня похвалили за учебу и сказали, что остаюсь в школе снайперов учить новичков. Я, конечно, вышла от командира расстроенная, но в армии приказы не обсуждаются. Начала обучать девчонок. Всего подготовила 22 снайперов.

— Александра Алёшина

Инструкторға еңелдән булмай: ул ни бары 7 класс тамамлаған, ә хәрби заданиеға юғары белемле кешеләрҙе әҙерләргә тура килә[7].

Өлкән сержант Зубкова 1945 йылдың ғинуарында демобилизациялана. Июлдән ноябргә тиклем Мәскәү өлкәһенең Можайск районында ауыл хужалығы продукцияһын йыйыуҙа эшләй, һуңынан үҙенең тыуған предприятиеһына ҡайта[3].

Файл:Алёшина Александра Семёновна с Путиным.jpg
Алёшина Александра Семёновна 2024 йылғы Еңеү парадында

1967 йылға тиклем заводта эшләй. 1967 йылда киҙеүҙән өҙлөгә һәм 2-се төркөм инвалидлыҡ ала[3].

Хаҡлы ялда булғанда ике тапҡыр ҡала советына депутат итеп һайлана. Атыу буйынса ҡала һәм өлкә ярыштары еңеүсеһе. Мәктәп уҡыусылары һәм эшсе йәштәр менән даими осрашып тора[3][8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Жуков миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы[3]
  • «Снайперҙар әҙерләүҙең үҙәк ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе 1941—1945 йылдар» иҫтәлекле билдәһе[3].