Аматуни Петроний Гай
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Аматуни Петроний Гай | |
---|---|
Тыуған көнө | 29 июнь (12 июль) 1916 |
Тыуған урыны | |
Вафат булыу көнө | 29 апрель 1982 (65 йәш) |
Вафат булыу урыны | |
Гражданлығы (подданныйлығы) | |
Эшмәкәрлек төрө | яҙыусы, писатель научной фантастики, балалар яҙыусыһы |
Ижад итеү йылдары | 1944 — наст. время |
Жанр | фантастика[d] |
Петроний Гай Аматуни (әрм. Պետրոնի Գայ Ամատունի; 12 июль 1916 йыл — 29 апрель 1982 йыл) — совет фантаст-яҙыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан КПСС һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
1916 йылдың 12 июлендә Дон Ғәскәре өлкәһенең Великокняжеская станицаһында (хәҙер Пролетарск ҡалаһы) боронғо кенәз нәҫеленә ҡараған әрмән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Әрмәнстанда, йәшлеге — Мәскәүҙә үткән. 16 йәшенән авиамоделизм буйынса инструктор, планёр спорты инструкторы булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышын кавалерия ғәскәрҙәрендә башлай, әммә госпиталдән һуң Хәрби Һауа Көстәренең лётчик-истребителдәр училищеһына ебәрелә. Уны тамамлағандан һуң, 1944 йылдан лётчик-инструктор булып эшләй. Демобилизацияланғандан һуң — ДОСААФ лётчик-инструкторы. 1953 йылдан 1968 йылға саҡлы — граждандар авиацияһында карап командиры ("Аэрофлот"тың Ростов авиаотряды).
Әкиәткә һәм фәнни-фантастик повесть жанрҙарына әүәҫлеге булған профессиональ яҙыусы. 1940-сы йылдарҙың икенсе яртыһында тәүге әҙәби аҙымдарын яһай. Әҫәрҙәре әрмән, ҡырғыҙ, чех телдәренә тәржемә ителгән. 1958 йылдан КПСС ағзаһы. 1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы[1].
Төп әҫәрҙәре
- Маленький лётчик Пиро (1946)
- Гаяна (трилогия):
- Тайна Пито-Као (1957)
- Тиунэла (1962)
- Парадокс Глебова (1966)
- Разведчик недр (1961)
- Чао — победитель волшебников (1964)
- Если б заговорил сфинкс… (1970)
- Требуется король (1977)
- Королевство восемью-восемь (1979)
- Космическая горошина (1979)
- Почти невероятные приключения в Артеке (1979)
Хәтер
- Имя Аматуни носит детская библиотека в Пролетарске.
- Имя Аматуни носит детская библиотека в Ростове-на-Дону.[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Писатели Дона: Биобиблиогр. указ / [О. И. Кузина и др.]. — изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с. — 20 000 экз. Книга:Писатели Дона 1986
- ↑ Библиотека им. П.Г. Аматуни . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2015.
Һылтанмалар
- Норин Л., Хачатрян Л. «Донской Экзюпери». 2008 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
- Волшебник из нашего города (подробности биографии, воспоминания друзей)
- Произведения Аматуни на Lib.Ru
- Произведения Аматуни на www.fenzin.org
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 12 июлдә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Дон ғәскәре өлкәһендә тыуғандар
- 29 апрелдә вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Дондағы Ростовта вафат булғандар
- Рувики:Портретһыҙ яҙыусылар тураһында мәҡәләләр
- РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр (тип: q5)
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- СССР фантаст яҙыусылары
- Рәсәйҙең фантаст яҙыусылары
- Дондағы Ростов яҙыусылары
- Планеристар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- XX быуат яҙыусылары
- КПСС ағзалары