Аналыҡты орлоҡландырыу (инсеминация)
Аналыҡты орлоҡландырыу (инсеминация) |
---|
Аналыҡ эсенә орлоҡ һалыу — инсеминация (лат. semina — сперма; ҡыҫҡартыу ВМИ, шулай уҡ — яһалма инсеминация) — енси мөнәсәбәттән тыш алдан алынған ир-ат мәнейен (сперма) цервикаль канал йәки ҡатын-ҡыҙҙың аналығына һалыу ғәмәленән ғибәрәт медицина технологияһы (ярҙамсы репродуктив технология).
Бала тапмаған парҙарҙа йөклөлөккә өлгәшеү йәки яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырға ҡалыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында ҡулланыла, гинекология профилендәге медицина учреждениеларында амбулатория шарттарында үткәрелә.
Яһалма инсеминация XVIII быуат аҙағынан билдәле. 1784 йылда итальян кешеһе Лазаро Спалацци яһалма аталандырыу ҡулланып эттең йөклөлөгөн булдырған. Өс көсөктөң бөтәһе лә һау-сәләмәт булып тыуа. 1790 йылда шотланд табибы Джон Хантер беренсе тапҡыр гипоспадия кеүек тайпылышы булған ир ҡатынының аналығына иренең мәнейен индереүҙе (инсеминация) тормошҡа ашырырға тырыша.
Рәсәйҙә яһалма инсеминация ҡулланыу Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2012 йылдың 30 авгусындағы 107н һанлы «Ярҙамсы репродуктив технологияларҙы файҙаланыу тәртибе, уларҙы ҡулланыуға ҡаршы күрһәткестәр һәм сикләүҙәр тураһында»ғы бойороғо менән көйләнә[1].
Үткәреү методикаһы
Процедура периовулятор осорҙа (овуляция көндәрендә) үткәрелә, уның ваҡытын гинеколог үҙенең ҡарамағындағы сараларға ярашлы билдәләй. Яһалма инсеминация ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи циклында ла, гормональ стимуляция ярҙамында супервуляция булдырып та ҡулланыла.
Аналыҡ эсенә инсеминация өсөн мәнейҙе туранан-тура индереү процедураһы алдынан (процедуранан 1-3 сәғәт алда) алалар йәки алдан криоконсервацияланған һәм иретелгән мәнейҙе ҡулланалар. Ҡулланыу өсөн йә натив (эшкәртелмәгән) мәней, йә алдан эшкәртелгән сперма ҡулланыла. Мәнейҙе эшкәртеү сперматозоидтарҙы орлоҡ шыйыҡсаһынан алдан айырыуҙан ғибәрәт, бының өсөн, мәнейҙе физиологик мөхит менән шыйыҡландырып, сперматозоидтарҙы центрифугала ике йәки өс тапҡыр тондоралар. Аналыҡты орлоҡландырыу өсөн эшкәртелгән мәнейҙе ҡулланыу өҫтөнлөклө, сөнки аналыҡҡа тәбиғи сперма индереүҙең анафилактик шокка килтереү хәүефе бар.
Донор спермаһын ҡулланыу РФ Һаулыҡ һаҡлау Министрлығының 67-се бойороғо менән[2] рәсмиләштерелә, уға ярашлы донор мәнейен туңдырып 6 ай карантинда тотҡандан һуң ғына ҡулланырға мөмкин. Донор спермаһының 6 айлыҡ карантинын талап итеү алған ваҡытта мәнейендә йәшерен инфекция булдырмау мөмкинлеге кәрәклеге менән аңлатыла, донорҙың инфекцияға ҡабаттан биргән анализының кире һөҙөмтәһенән һуң ғына туңдырылған донор мәнейенең карантинын алып ташларға мөмкин.
Аналыҡ эсенә сперма пластик катетерға тоташтырылған шприц аша индерелә. Процедура ауыртыуһыҙ башҡарыла, бер нисә минут дауам итә.
Медицина күрһәтмәләре һәм ҡаршы күрһәтмәләр
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 67-се бойороғона[2] ярашлы, яһалма инсеминация өсөн түбәндәге күрһәтмәләр һәм ҡаршы күрһәтмәләр билдәләнгән:
Ире яғынан донор спермаһын яһалма инсеминация өсөн күрһәтмәләр булып:
- балаға уҙа алмау (мәҫәлән, азооспермия);
- эякулятор-енси тайпылыштар;
- тиҫкәре медик-генетик прогнозы (нәҫелдән килгән сирҙе йөрөтөү);
Ҡатын яғынан:
- енси партнёрҙың булмауы.
Ире яғынан ирҙең спермаһы ярҙамында яһалма инсеминация үткәреү өсөн күрһәтмәләр булып:
- субфертиль сперма;
- эякулятор -енси тайпылыштар
Ҡатын яғынан:
- түлһеҙлектең цервикаль факторы;
- вагинизм.
Ҡатын яғынан яһалма инсеминация үткәреү өсөн ҡаршы күрһәтмәләр булып:
- йөклөлөктө булдырмауға сәбәпле соматик һәм психик ауырыуҙар;
- ауырға ҡалыу мөмкин булмаған үҫеш етешһеҙлектәре һәм аналыҡ патологияһы;
- йомортҡалыҡтың яман шеше һәм шешкә оҡшаған нәмәләр;
- теләһә ниндәй локализациялы яман шештәр;
- теләһә ниндәй локализациялы киҫкен шешеү сирҙәре.
Һөҙөмтәлелеге
Яһалма инсеминация бер тапҡыр ҡулланылғандан һуң йөклөлөк һәм бала тыуыу прогнозы яҡынса 12 % тәшкил итә. Мәҫәлән, 2004 йылда Европа кеше репродукцияһы һәм эмбриология йәмғиәте докладында (ингл. ESHRE) түбәндәге мәғлүмәттәр килтерелә: Европаның 19 илендә 98 388 аналыҡ эсенә инсеминация процедураһы үткәрелгән, 12 081 осраҡта йөклөлөк башланыуы һәм артабанғы бала тыуыуы теркәлгән (12,3 %), йөклөлөктөң 87%-нда бер бала, 13%-нда — күп бала тыуған[3][4]. Д. О. Отт исемендәге Акушерлыҡ һәм гинекология институтында үткәрелгән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре (Санкт-Петербург) буйынса, 2001 йылда бер инсеминация процедураһына йөклөлөктөң уртаса йышлығы 11,6 % тәшкил иткән[5].
Тәҡдимдәр
Яһалма инсеминация процедураһын үткәргәндә йөклөлөк ихтималлығын арттырыусы ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:
Ике партнёрға ла тәмәке тартыуҙан һәм алкоголдән тулыһынса баш тартыу. Ҡатын-ҡыҙ өсөн дә, ир-ат өсөн дә ауырлыҡты нормалләштереү. Артыҡ ауырлыҡ йәки кәүҙә ауырлығы етмәү бала табыуға (фертильность) йоғонто яһай һәм йөклөлөк ихтималлығын кәметә. Хеҙмәт һәм ял режимын тергеҙеү, партнёрҙарҙың икеһе өсөн дә стресс һәм физик көсөргәнешлекте булдырмау. Дауалаусы табип ирле-ҡатынлыға фолий кислотаһы, йод һәм D витамины профилактик дозаларын ҡулланырға кәңәш итә. Ир — егеттәргә мунсаға, саунаға йөрөүҙән тыйылып торорға, ҡайнар ваннала ҡойонмау кәңәш ителә — был сперматогенезға кире йоғонто яһай
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Түлһеҙлек
- Спермограмма
- Яһалма аталандырыу
- Экстракорпораль аталандырыу
- Ярҙамсы репродуктив технология
- Сперма банкы
Иҫкәрмәләр
- ↑ приказ Министерства здравоохранения Российской Федерации от 30 августа 2012 г. № 107н «О порядке использования вспомогательных репродуктивных технологий, противопоказаниях и ограничениях к их применению»
- ↑ 1 2 Приказ N67 Минздрава РФ от 26 февраля 2003 года «О применении вспомогательных репродуктивных технологий (ВРТ) в терапии женского и мужского бесплодия» — http://www.ma-ma.ru/ru/library/law/17578.php Архивная копия от 14 август 2011 на Wayback Machine - http://www.rahr.ru/zip/prikaz67.pdf
- ↑ ESHRE Capri Workshop Group. Intrauterine insemination. Hum Reprod Update. 2009 May-Jun;15(3):265-77. Epub 2009 Feb 23. — http://humupd.oxfordjournals.org/content/15/3/265.long Архивная копия от 27 июнь 2011 на Wayback Machine
- ↑ Andersen AN, Goossens V, Ferraretti AP, Bhattacharya S, Felberbaum R, de Mouzon J, Nygren KG; European IVF-monitoring (EIM) Consortium; European Society of Human Reproduction and Embryology (ESHRE). Assisted reproductive technology in Europe, 2004: results generated from European registers by ESHRE. Hum Reprod. 2008 Apr;23(4):756-71. — http://humrep.oxfordjournals.org/content/23/4/756.abstract?ijkey=9d2be46f4ff479be10c81259f634f7e2673c011b&keytype2=tf_ipsecsha
- ↑ Корсак В. С., Каменецкий Б. А., Исакова Э. В., Маринченко А. Г. Место внутриматочной искусственной инсеминации в преодолении бесплодия // Проблемы репродукции. 2001. N5. — Архивированная копия . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2012. Архивировано из оригинала 27 февраль 2010 года.