Аникин Павел Алексеевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аникин Павел Алексеевич
Anikin PA.jpg
Тыуған көнө 17 декабрь 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны
Вафат булған көнө 21 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны
Эшмәкәрлеге сәйәсмән

Аникин Павел Алексеевич (17 декабрь 1873 йыл — 21 апрель 1938 йыл) — уҡытыусы, Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт думаһына Һарытау губернаһынан депутат. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павел Алексеевич Аникин крәҫтиәндәрҙән. Атаһы — игенсе, бер ни тиклем ваҡыт буяу оҫтаханаһы тотҡан. Сердобскиҙа башланғыс белем ала. 1893—1896 йылдарҙа Һамар губернаһында халыҡ ауыл мәктәбе уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә. Ҡазан уҡытыусылар институтын тамамлаған.

1899 йылдан Ҡаҙан һәм Саратов губерналарының төрлө ҡалаларында юғары башланғыс училищелар уҡытыусыһы булып эшләй. 1903—1905 йылдарҙа социал-демократтарҙың инициатив төркөмендә агитатор һәм пропагандист була, уҡыусылар араһында пропаганда алып бара. Ҡанлы йәкшәмбенән (1905 йылдың 9 ғинуары) һуң ҡулға алына, бер айға яҡын Вольск ҡалаһындағы төрмәлә үлтыра. 1905 йылдың октябрендә амнистия буйынса азат ителә. Сердобск шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡыта.

Сердобск өйәҙенән һайланыусы. 1907 йылдың 6 февралендә Саратов губернаһы һайлаусыларының дөйөм составынан II саҡырыу Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана, 88 өн йыйып, социаль-демократик фракция составына инә; фракцияның меньшевиктар ҡанаты комитеты ағзаһы була. Дума комиссияһы һәм халыҡ мәғәрифе комиссияһы ағзаһы. Аграр мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша.

Дәүләт Думаһы пропуск алдында хөкүмәт уларҙы биреүҙе талап иткән 16 Социаль-демократик депутаттың береһе. 1907 йылда 2-се Думаның социаль-демократик фракцияһы эше буйынса 100 һәм енәйәт эше 102 язаһы буйынса 5 йыл катор эштәренә хөкөм ителгән. 1910 йылға тиклем Петербург төрмәһендә, 1910 йылдан 1912 йылға тиклем Александровка үҙәгендә төрмәлә ултыра. 1912 йылда Иркутск губернаһының Телин волосына китә. Унан Иркутск янындағы Усолье ауылынана күсеп килә.

1917 йылдың мартында Себерҙән Үҙәк Россияга ҡайта. 1917 йылдың көҙөнән 1918 йылдың октябренә тиклем Саратов губернаһының Сердоба өйәҙендә халыҡ белеме буйынса инструктор була. 1918 йылдың апрелендә РСДРП(м) партияһынан сыға. Мәскәүгә күсеп килә, унда күп йылдар дауамында Мәскәү педагогия институтында уҡыта. Политкаторжандың йәмғиәте ағзаһы.

1938 йылдың 7 ғинуарында НКВД ҡулға ала. 1938 йылдың 21 апрелендә контрреволюцион террорлыҡ ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнеү буйынса Юғары судының Хәрби коллегияһы атып үлтереүгә хөкөм итә. Шул уҡ көндө Мәскәү янындағы «Коммунарка» полигонында атып үлтерелә һәм ерләнә.

1957 йылдың 22 авгусында СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан реабилитациялана.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]