Анна Квирентия Нильссон
ингл. Anna Q. Nilsson | |
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | актриса, актриса кино, модель, танцовщица, театр режиссёры, сценограф, исполнительница |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Туған тел | инглизсә |
![]() | |
Тыуған көнө | 30 март 1888[1] |
Вафат булған көнө | 11 февраль 1974[1] (85 йәш) |
Тыуған урыны | |
Хәләл ефете | Guy Coombs[d] |
Әһәмиәтле кешеһе | Беквит, Джеймс Кэролл[d][1], Астер, Нильс[d][1], Джин Келли[1], Джозеф Патрик Кеннеди[d][1] и Харт, Уильям[d][1] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Үлем сәбәбе | йөрәк етешмәүсәнлеге[d] |
Вафат булған урыны | |
![]() | |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
![]() |
Анна Квирентия Нильссон (ингл. Anna Quirentia Nilsson; 30 март 1888 йыл — 11 февраль 1974 йыл) — «телһеҙ кино» дәүерендә билдәлелек яулаған Америка актёры, сығышы буйынса Швециянан.
Биографияһы
Эшсе ғаиләһендә тыуған һәм мәктәпте тамамлағандан һуң Швецияның көнбайышында һатыусы булып эшләй.1905 йылда ул АҠШ-ҡа күсеп китә һәм унда тәүге ваҡытта бала ҡараусы булып эшләй. Тиҙҙән Анна модель бизнесында уңышлы карьераға өлгәшә һәм 1911 йылда кино килеп эләгә. Артабан йыл һайын Нильссон ҡатнашлығындағы тиҫтәләп фильмдар экранға сыға башлай. «Kalem» студияһында ул үҙенең ролдәренең күпселеген башҡара һәм Элис Джойс менән бер рәттән йондоҙ булып һанала. [[1920-се йыл]лда Нильссон «Рaramount Рictures» менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә һәм ҙур уңышҡа өлгәшә. 1923 йылда Анна Нильссон Рекс Бичтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Негодяи» фильмында Шерри Мэлоут ролен уйнай, һуңынан был ролде ремейктарҙа Бетти Компсон (1930), Марлен Дитрих (1942) һәм Бакстер. Э. (1955) башҡаралар[2].
Тауышлы кино осоро башланыу менән Анна Нильссондың карьераһы түбәнгә тәгәрәй, әммә ваҡ ролдәрҙе ул артабан да, 1950-се йылдарҙың уртаһына тиклем, уйнай әле. 1950 йылда «Сансет бульвары» фильмында күренеп ҡала, был фильмда Норма Десмонд йортондағы «балауыҙ фигуралары» кисәһендә ул үҙ-үҙен уйнай.
Анна К. Нильссон йөрәк ауырыуынан 1974 йылдың февралендә Калифорнияның ҙур булмаған Хамлет ҡалаһында вафат була[3].Кинематографияға индергән өлөшө өсөн актриса Голливуд аллеяһындағы йондоҙға лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
Фильмографияһы
- 1915 — Яңырыу / Regeneration
- 1919 — Таланған Армения / Ravished Armenia
- 1923 — Голливуд
- 1950 — Сансет бульвары
- 1951 — Американ Парижда
- 1954 — Ете ағалы-ҡустылы өсөн ете кәләш — Миссис Элкотт (титрҙарҙа күрһәтелмәгән)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- 30 мартта тыуғандар
- 1888 йылда тыуғандар
- 11 февралдә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Швецияла тыуғандар
- Калифорнияла вафат булғандар
- РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр (тип: q5)
- XX быуат актёрҙары
- АҠШ актёрҙары
- АҠШ тауышһыҙ киноһы актёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Голливудтың дан аллеяһы
- Алфавит буйынса шәхестәр