Анна Штайнер-Книттель

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
нем. Anna Stainer-Knittel
Гражданлығы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған[d]
Һөнәр төрө художница
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Grünes Haus, Reutte[d]
Вафат булған урыны
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Anna Stainer-Knittel
Рәсем
Жанр портрет[d]
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 28 июль 1841({{padleft:1841|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][3][…]
Вафат булған көнө 28 февраль 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][3][…] (73 йәш)
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Анна Штайнер-Книттель (нем. Anna Stainer-Knittel, тулы исеме Maria Anna Rosa Knittel, кейәүҙә Stainer; 18411915) — башлыса портреттар һәм сәскәләр төшөргән Австрия рәссамы. Уның тормошона бәйле ваҡиға Вильгельмина фон Гиллерндың «Die Geier-Wally» романы нигеҙенә һалына, был роман феминистик әҙәбиәтенең өлгөһө булып тора.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анна Штайнер-Книттель 1841 йылдың 28 июлендә Эльбигенальп коммунаһында тыуған. Ул ҡорал оҫтаһы Йозеф Антондың (Joseph Anton Knittel) ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә; уның олатаһы Йозеф Алоиз Книттель — скульптор, ә ике туған олатаһы Йозеф Кох Антон — рәссам булалар.

1859 йылда ул буласаҡ һөнәре буйынса Мюнхенда сәнғәт академияһында уҡый башлай, әммә юғары уҡыу йорттарында ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу проблемалары, шулай уҡ аҡса етмәу сәбәпле 1860 йылда өйөнә ҡайтырға мәжбүр була. Был осорҙа ул үҙенең ғаиләһе ағзаларының күп һанлы ижади портреттарын һәм пейзаждар төшөрә. Һуңғараҡ Анна Инсбрукка йәшәүгә күсә.

Йәйге гөлләмә менән малай

1867 йылда, ата-әсәһенең теләгенә ҡаршы сығып, керамист Энгельберт Штайнер (Engelbert Stainer) менән сәсен-сәскә бәйләй. 1868 йылда уларҙың тәүге улы карл тыуа, 1870 йылда икенсе улдары Лео, ә 1871 йылда- ҡыҙҙары Роза. Анна бик күп үҙенең балаларының портреттарын эшләй. Ире меннә берлектә эшләгән сосорҙа уның сынаяҡтары, тарелкалары өсөн бик күп сәскә биҙәктәре ижад итә. 1891 йылда Тиролдәге Landesmuseum Ferdinandeum музейында уның тәүге шәхси күргәҙмәһе ойошторола[4].

1873 йылда ул ҡатын-ҡыҙҙар өсөн рәсем сәнғәте мәктәбен (Zeichen- und Malschule für Damen), вафатына тиклем тиерлек ошо мәктәпкә етәкселек итә. Уның уҡыусылары араһында Мария Тилипаул-Кистлер (Maria Tilipaul-Kistler, 1884—1963), Вильгельмина Редлих (Wilhelmine Redlich, 1869—1954) һәм Адельхайд Паукерт-Хохенауэр (Adelheid Paukert-Hohenauer, 1898—1943) булалар.

1915 йылдың 28 февралендә Ваттенс коммунаһында вафат була. Инстбруктағы Вильтен зыяратында ерләнә.

Бер тарих героиняһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Die Geier-Wally» романы буйынса автопортреты

Ун ете йәшендә Анна, бау буйлап бөркөт ояһына төшөргә риза була[5], ҡош ояһы Цамс округындағы Мадау ауылынан алыҫ булмаған ерҙә ҡаяла урынлашҡан була. XIX быуатта Австрияла шундай йола була — һарыҡ көтөүҙәренә бөркөттәр ябырылмаһын өсөн уларҙың ҡошсоҡтарын ояларҙан уҡ алғандар. Алдағы йылда ҡошсоҡ артынан төшкән ир-егет бәләгә тарый яҙғанға күрә, ирҙәр араһында ирекмәндәр табылмай, һәм ҡыҙ әлеге бурысты үҙ өҫтөнә алырға баҙнат итә. Анна ояға тиклем барып етә, бөркөттө тоҡҡа тыға һәм ҡабаттан ҡая башына менә.

Ошо ваҡиға бер нрисә әҫәргә нигеҙ һала. 1863 йылда Людвиг Штойб ошо ваҡиға тураһында яҙырға була, бер аҙҙан уның «Das Annele im Adlerhorst» исеме аҫтында хикәйәһе донъя күрә, әммә 1873 йылда Вильгельмина фон Гиллерн яҙған «Die Geier-Wally» романы ҙур билдәлелек яулай. Яҙыусы Анна һәм уның ире менән дә таныш була.

1892 году Альфредо Каталани роман буйынса опера яҙа. Роман өс тапҡыр киноға төшөрөлә, бөтә фильмдар ҙа бер үк «Die Geierwally» исемле (ингл. «The Vulture Wally»)): 1921 йылда — режиссёры Эвальд Дюпон, төп ролдә Хенни Портен; 1940 году — режиссёры Ганс Штайнхофф, төп ролдә — Хайдемари Хатайер; 1956 йылда— режиссёры Франтишек Чап, төп ролдә Барбара Рюттинг.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 https://rkd.nl/explore/artists/351799
  3. 3,0 3,1 Anna Knittel // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  4. Kurzbiografie von Anna Stainer-Knittel
  5. Evelyn Kain. Anna Stainer-Knittel: Portrait of a "femme vitale" // Woman's Art Journal. — 1999. — Т. 20, вып. 2. — С. 14. — ISSN 0270-7993. — DOI:10.2307/1358979.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Helga Reichart. Die Geierwally. Stainer Lechtaler Leben und der Werk Malerin Анда-Knittel. Haymon, Innsbruck, 1991, ISBN 3-85218-085-6.
  • Stainer Nina. Stainer Анда-Knittel, Malerin. Wagner Universitätsverlag, Innsbruck, 2015, ISBN 978-3-7030-0888-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]