Ансан
Ансан | |
Рәсми сайт | ansan.iansan.net |
---|---|
Халыҡ һаны |
|
Административ-территориаль берәмек | Кёнгидо[d] |
Майҙаны |
|
Нигеҙләү датаһы | 1986 |
Файл:Gyeonggi-Ansan.svg | |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 139 ± 0 метр |
Административ рәүештә бүленә | Danwon-gu[d] и Sangnok-gu[d] |
Дәүләт | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Ансан (кор. 안산시?, 安山市?, Ansan-si) — Көньяҡ Кореялның Кёнгидо провинцияһындағы ҡала. Сеулдан көньяҡтараҡ урынлашҡан. Сеул менән сеул метроһының дүртенсе тармағы аша тоташа.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башта Ансан Чанхангу тип аталған, әммә Силла Чиндук дәүләт ваны уны Чангу тип үҙгәртә. Ҡала хәҙерге исемен X быуатта ала.
Ансан Һары диңгеҙҙә форпост булараҡ мөһим хәрби роль уйнай. Бында Кореяның диңгеҙ буйы райондарын дошмандарҙан һаҡлау өсөн ҡеүәтле ҡәлғә (Лотос форты) урынлаша. Ван Коджондың (Чосон династияһы) 32-се йыл хаким итеүендә Ансан Сихын өйәҙе составына инә.
1976 йылда Ансан урынында Панволь сәнәғәт районына нигеҙ һалына, ул 1986 йылда Ансан ҡалаһына әүерелә[2]
Элекке исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чанхангу — батшалығы ваҡытында
- Чанка — 757 йылдан
- Ансан — 940 йылдан
- Сихын — 1914 йылдан
- Ансан — 1986 йылдың 1 ғинуарынан
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ансан Һары диңгеҙ ярында урынлашҡан. Һары диңгеҙҙең бер нисә ҙур булмаған утрауы ҡаланың юрисдикцияһы аҫтында була. Уларҙың иң билдәлеһе һәм ҙуры — Тэбудо. Ҡала майҙаны — 144 км². Көнсығышта Ансан Кунпхо ҡалаһы менән, көньяҡта Хвасаон һәм Ыйван ҡалалары менән, төньяҡта Сихын ҡалаһы менән сиктәш. Көнбайышта Һары диңгеҙ йыуа. Ландшафты күбеһенсә тигеҙлекле, көньяҡ һәм төньяҡ өлөштә - убалы. Бер нисә йылға, шул иҫәптән Панвольчхон, Ансанчхон һәм Хванджончхон йылғалары бар. Ерҙәр игенселек өсөн яраҡлы, ауыл хужалығында дөгө өҫтөнлөклө үҫтерелә[3]
Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Красноярск | Район | Хангыль | Майҙаны, км² | Халыҡ, кеше |
---|---|---|---|---|
Саннокку (상록구) | Ансандон | 안산동 | 8,35 | 6 445 |
Вольпхидон | 월피동 | 5,89 | 41 377 | |
Идон | 이동 | 2,44 | 28 420 | |
Ильдон | 일동 | 2,41 | 25 762 | |
Панвольдон | 반월동 | 13,13 | 14 164 | |
Поно-идон | 본오2동 | 0,81 | 29 413 | |
Поно-ильдон | 본오1동 | 6,52 | 35 029 | |
Поно-самдон | 본오3동 | 1,06 | 25 127 | |
Пугоктон | 부곡동 | 5,90 | 19 983 | |
Са-идон | 사2동 | 3,87 | 31 830 | |
Са-ильдон | 사1동 | 4,68 | 32 496 | |
Са-самдон | 사3동 | 0,62 | 20 323 | |
Сонпходон | 성포동 | 1,71 | 32 524 | |
Танвонг (단원구) | Вадон | 와동 | 3,23 | 42 118 |
Вонгок-идон | 원곡2동 | 0,56 | 8 778 | |
Вонгок-ильдон | 원곡1동 | 0,95 | 13 903 | |
Вонгок-пондон | 원곡본동 | 8,05 | 19 305 | |
Коджан-идон | 고잔2동 | 1,85 | 26 364 | |
Коджан-ильдон | 고잔1동 | 3,90 | 29 924 | |
Сонбу-идон | 선부2동 | 2,10 | 27 363 | |
Сонбу-ильдон | 선부1동 | 0,86 | 23 328 | |
Сонбу-самдон | 선부3동 | 5,78 | 39 836 | |
Тэбудон | 대부동 | 40,93 | 5 061 | |
Хосудон | 호수동 | 44 592 | ||
Чходжидон | 초지동 | 19,50 | 11 490 |
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҡтисад нигеҙе — юғары технологилы етештереү. . 1970 йылдан башлап Ансан сәнәғәт үҙәге сифатында үҫешә. Ике эре сәнәғәт комплексы — Панволь сәнәғәт комплексы һәм Сихва сәнәғәт комплексы ойошторола. Панволь биләмәһенең дөйөм майҙаны — яҡынса 15 млн м², Сихва комплексының дөйөм майҙаны — 4 млн м² ашыу. Был ике комплекста 106 мең кеше эшләй. Төп тармаҡтары: электроника, машиналар эшләү, туҡыу сәнәғәте, металлургия.
1997 йылда Ансанда технопарк асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 2003 йылда технопарк асыла. 2008 йылда бында 80-дән ашыу фәнни һәм тикшеренеү институттары һәм лабораториялары урынлаша. Шулай уҡ эре корея юғары технологиялы продукция етештереүселәре бында үҙенең тикшеренеү үҙәктәренә эйә[4]
Туризм һәм иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп иҫтәлекле урындары:
- Пельмаксон ҡәлғәһе — хәҙер емерелгән тиерлек. Тергеҙелгән стенаһының оҙонлоғо 225 метр тәшкил итә.
- Ботаника баҡсаһы 220 төр үҫемлектәрҙе индерә.
- Тэбудо утрауы — диңгеҙ курорты, үҙенең уникаль диңгеҙ аш-һыуы менән билдәле.
- Ссангес будда ҡорамы — беренсе тапҡыр 1689 йылда йылъяҙмала телгә алына. Ҡорамдың ҡайһы бер скульптура һәм архитектура элементтары 2002 йылда Кёнгидо провинцияһының матди мираҫы исемлегенә индерелгән.
- Пельмансондың мәҙәни фестивале — йыл һайын сентябрь айынан октябргә тиклемге осорҙа үтә. Программаһында фольклор коллективтары сығышы, театрлаштырылған парад, йәрминкә.
Юғары белем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ансанда бер нисә юғары уҡыу йорттары урынлашҡан:
- Ансан колледжы,
- Ансан технология колледжы,
- Сеул сәнғәттәр институты
- Ханян университеты кампусы
Символдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һәм башҡа ҡалалар һәм илдәрҙең нисек өйәҙе, ҡайһы бер символы булып Ансан:[5]
- Сәскә: роза — юғары выжданлылыҡ һәм аҡыл символы.
- Ағас: гингко — граждандарҙың берҙәмлеген кәүҙәләндерә.
- Ҡош: күгәрсен — ҡала таҙалығы һәм матурлығы символы.
- Маскот: Techmy — ҡала үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булған юғары технологияларҙы символлаштыра.
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ансан ҡалаһы түбәндәге ҡалалар менән туғандаш:
- Понхва өйәҙе, Кенсан-Пукто провинцияһы, Көньяҡ Корея
- Аньшань, Ляонин провинцияһы, Ҡытай
- Холмск, Сахалин өлкәһе, Рәсәй
- Лас-Вегас, Невада штаты, АҠШ
- Южно-Сахалинск, Сахалин өлкәһе, Рәсәй[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Города Южной Кореи
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://kosis.kr/statHtml/statHtml.do?orgId=101&tblId=DT_1B040A3&conn_path=I2
- ↑ Исторя Ансана. (ингл.). Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2011 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ География Ансана. Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2011 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Технопарк Кёнгидо. (ингл.). Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
- ↑ Символы Ансана. (ингл.). Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2011 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ К. Пуликовский посетит Южную Корею. Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт города (инг.)
- Описание города (инг.)
- Фотографии города (кор.)
- Страница города в вики-энциклопедии Galbijim (инг.)