Анталья Халыҡ-ара кино фестивале
Анталья Халыҡ-ара кино фестивале | |
төр. Uluslararası Antalya Film Festivali | |
Урынлашыу | |
---|---|
Дәүләт | |
Ваҡиға ваҡыты | 1964 |
Нигеҙләү датаһы | 1963 |
Ваҡиға йышлығы | 1 Йыл |
Рәсми сайт | antalyaff.com |
Ай | Сентябрь и октябрь |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Анталья Халыҡ-ара кино фестивале (элекке атамаһы — «Алтын апельсин»Халыҡ-ара Анталья кинофестивале "; Төрөксә Uluslararası Antalya Film Festivali) — Төркиә халыҡ-ара кино фестивале. Илдә уҙғарылған иң ҙур һәм оҙаҡ ваҡыттан алып уҙғарылған фестиваль (1950 йылдан алып). 1964 йылдан башлап көҙ көнө үткәрелә. Хәҙерге осорҙа Анталья Ҡала муниципалитеты, Анталья мәҙәниәт һәм сәнғәт фонды һәм Cam Piramit компанияһы ярҙамы менән ойошторола. Халыҡ-ара кинопродюссерҙар ассоциациялары федерацияһы тарафынан аккредитацияланған[1].
Статуэтка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2005 йылға тиклем алтын ялатылған Венера һыны бирелгән . 2005—2008 йылдарҙа статуэтканың күренеше үҙгәртелә . 2009 йылдан статуэтка яңынан элекке йөҙөнә ҡайта- Венера һул ҡулында апельсин тотоп тора.
Номинациялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иң яҡшы фильм (₺400 000)[2]
Иң яҡшы
- режиссёр (₺55 000)
- сценарий (₺35 000)
- ҡуйыусы оператор (₺30 000)
- музыка (₺30 000)
- актриса
- актёр
- икенсе пландағы актриса
- икенсе пландағы актёр
- махсус эффекттар
- ҡуйыусы рәссам
- фильм- дебют (₺55 000)
- Антальяның дәртләндереү призы (₺70 000)
Жюриҙың махсус призы:
- Авни Толунай призы
- Бехлүл Дал
Милли документаль кино конкурсы:
- Иң яҡшы документаль фильм (₺15 000)
- Иң яҡшы документаль фильм — дебют (₺5 000)
Ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсы:
- Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (₺10 000)
Тамашысылар премияһы:
- 1 урын (₺30 000)
- 2 урын (₺20 000)
- 3 урын (₺10 000)
Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2012 йылда «Алтын апельсин» кино фестивалендә Рәсәй актрисаһы Анна Андрусенко «Иң яҡшы актриса» номинацияһында еңеп, «Хуш, Катя» фильмында Катя роле өсөн премия ала.[3].