Антон Дончев

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Антон Дончев
болг. Антон Николов Дончев
Anton-Donchev-20100519-2.jpg
Тыуғанда исеме болг. Антон Николов Дончев
Тыуған көнө 14 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][2][…]
Тыуған урыны
Вафат булыу көнө 20 октябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3] (92 йәш)
Вафат булыу урыны
Гражданлығы (подданныйлығы)
Эшмәкәрлек төрө яҙыусы, сәйәсмән, сценарий яҙыусы
Наградалары
antondonchev.com (болг.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Антон Николов Дончев (болг. Антон Николов Дончев; 14.09. 1930, Бургас), болгар прозаигы һәм сценарисы, Болгария Фәндәр академияһы академигы[5].

Яҙыусының иң билдәле романы — «Час выбора (болг.)баш.»[6].

1930 йылдың 14 сентябрендә Бургаста почта хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуа. Бала сағында уҡ өләсәһе Сребра аша халыҡ йырҙары һәм риүәйәттәре менән таныша[7].

Ғаилә ҡаланан ҡалаға күсенеп йөрөй, ғаилә башлығы отставкаға сыҡҡас, Велико-Тырново ҡалаһында төпләнә[8]. Бында Антон 1948 йылда гимназия тамамлай, шунан изге Климент Охридский исемендәге София университетының юридик факультетын тамамлай. Уҡығанда автомобиль һәм тимер юлдар төҙөлөшөндә лә эшләй. Университетты тамамлағас, 1953 йылда Велико-Тырновола бер нисә ай судья булып эшләй. Эштән киткәс, үҙен тулыһынса яҙыусылыҡ эшенә арнай[8][9].

Ике тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны, шахматистка Эвелина Троянская, 2000 йылда һәләк була. Беренсе никахтан улы Никола тыуа.

79-сы йәшендә 64 йәшлек Райна Василеваға өйләнә[10].

Мәктәп йылдарында уҡ шиғыр яҙыу менән мауыға, тәүге ике романын яҙа. Димитр Мантов менән берлектә яҙған «Пробуждение» (1956 йыл) тигән тарихи әҫәр баҫылып сыҡҡан тәүге романы була[8][11].

Үҙ аллы яҙған тәүге китабы — «Сказание о времени царя Самуила» (1961 йыл), уға Болгар яҙыусылары союзының премияһы бирелә.

Өс йылдан, 1964 йылда, Дончевҡа донъяла билдәлелек килтергән «Час выбора» романы нәшер ителә (болг. Време разделно)[9].

Артабан Дончев кинематографистар, телевидение менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, сценарийҙар яҙа, шул иҫәптән үҙенең романдары буйынса ла[7].

1998 йылда «Странный рыцарь Священной книги» романы өсөн Балканика (болг.)баш. халыҡ-ара әҙәби премияһы менән бүләкләнә.

Яҙыусының башҡа романдары араһында — «Калоян» (1963 йыл), «Сказание о хане Аспарухе, князе Славе и жреце Тересе» (4 том, 19681992 йылдар), «Девять лиц человека» (1989 йыл), «Три жизни Кракры» (2007 йыл)[7][9], «Тень Александра Великого» (2016 йыл)[12].

Бер нисә тапҡыр әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына тәҡдим ителә[5].

«Час выбора»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антон Дончев хәтерләүенсә, «Час выбора» романын ул 41 көндә яҙған[9].

Китаптағы хәл-ваҡиғалар XVII быуатта Родоп тауҙарында Болгарияны Ғосман империяһы баҫып алғандан һуң бара; был осорҙа болгарҙарҙы исламға күсереү бара[13]. Романда власть, көсөргәнешле тарихи осорҙарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың бер нисә быуат буйы бөтә халыҡ яҙмышына йоғонто яһауы мәсьәләләре күтәрелә; шәхси һәм дини ҡиммәттәр бәрелеше һүрәтләнә. Геройҙарҙың эш-ғәмәлдәре ҡаһармандарса һәм фажиғәле итеп тасуирлана; килеп тыуған ҡармарлы мораль-этик мәсьәләләр тынғынан яҙҙыра, роман һәләкәткә дусар булғанлыҡ идеяһы менән һуғарылған[14].

Романдағы ваҡиғалар ике персонаж исеменән һөйләнелә: болгар христиандары яғынан — афон монахы Алигорко атаҡай, ғосман мосолмандары яғынан — Венецияның Кандия ҡәлғәһе өсөн алышта әсирлеккә алынған һәм ислам ҡабул иткән Венецианец ҡушаматлы француз дворяны исеменән. Һәр береһенең тормошо драматик төҫ ала, шулай ҙа — яҙмыш һәм менталитет төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан — ахырҙа уларҙың ҡараштары оҡшашҡа әйләнә[14].

Китап ҡат-ҡат нәшер ителә[7], 25-тән ашыу телгә тәржемә ителә, ә 1987 йылда режиссёр Людмил Стайков уның буйынса «Время выбора (болг.)баш.» тигән фильм төшөрә[15].

  • Димитров премияһы (1966 йыл).
  • Бургастың почётлы гражданы (2000 йыл)[5].
  • 1-се дәрәжә «Стара Планина» ордены (2001 йыл)[16].
  • «Апостолдарға тиң изгеләр Кирилл һәм Мефодий» ордены (2010 йыл)[17].
  • Бургас ирекле университетының почётлы докторы[5].
  • «Ирекле Паисий Хилендарский» дәүләт бүләге. 1899 йыл.
  • 2014 йылғы Христо Данов исемендәге премия.
  1. Антон Дончев // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  2. Anton Dončev // Архив изобразительного искусства — 2003.
  3. https://bntnews.bg/news/pochina-pisatelyat-anton-donchev-1211263news.html
  4. https://btvradio.bg/ot-efira/na-92-godini-pochina-akad-anton-donchev.html
  5. 1 2 3 4 АКАДЕМИК АНТОН ДОНЧЕВ (болг.). Бургасский свободный университет. Дата обращения: 1 апрель 2016.
  6. Писатель Антон Дончев: “Читатели – мои соавторы”. Радио България (14 сентябрь 2010). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  7. 1 2 3 4 Книга Нобелевского номинанта вышла в серии «Новый болгарский роман». Болгарский Культурный Институт. Дата обращения: 1 апрель 2016.
  8. 1 2 3 Биография (болг.). Вебсайт «Антон Дончев». Дата обращения: 1 апрель 2016.
  9. 1 2 3 4 Исак Гозес. Антон Дончев навърши 85 години, а великият му роман „Време разделно” - 52 (болг.). БЛИЦ (15 сентябрь 2015). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  10. Асен Топалов и Даниела Кръстева. Антон Дончев стана младоженец на 79! (болг.). БЛИЦ (2 декабрь 2009). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  11. Пробуждане: исторически роман. Google Книги. Дата обращения: 1 апрель 2016.
  12. Панко Анчев. Властта като творец на историята (болг.). «Дума» (13 февраль 2016). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  13. Боян Василев. Хранитель духа истории // Литературная газета : газета. — М., 2010. — 22 сентябрь (№ 37). — ISSN 0233-4305.
  14. 1 2 Владимир Янев. "Време разделно" на Антон Дончев (болг.). Електронно издателство LiterNet (26 ғинуар 2009). Дата обращения: 1 май 2016.
  15. Лариса Михальчук. Властелин прошлого. Белорусы и рынок (9 апрель 2007). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  16. Петър Стоянов награди изтъкнати творци и учени с орден "Стара Планина" (болг.). News.bg (23 май 2001). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  17. Антон Дончев с орден "Св.св. Кирил и Методий" (болг.). Труд (15 сентябрь 2010). Дата обращения: 1 апрель 2016. 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.