Апостолға тиң Изге кенәз Владимир сиркәүе (Дондағы Ростов)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Изге апостолға тиң кенәз Владимир сиркәүе
| |
Файл:Изге апостолға тиң кенәз Владимир сиркәүе Дондағы Ростов1.jpg | |
Ил | Рәсәй |
Конфессия | Православие |
Епархия | Урыҫ Православие Сиркәүе Мәскәү Патриархатының Ростов һәм Новочеркасск епархияһы сиркәүе |
Бина тибы | бер көмбәҙле үҙәк барабанлы һәм бер ҡатлы ҡыңғырау манаралы бина
Архитектурный стиль= |
Проект авторы | архитектор Н. М. Соколов |
Төҙөлөшө | 1888—1889 йылдар |
Төп ваҡиғалар: 1889 йылдың 4 декабрендә епископ Серапион тарафынан изгеләндерелгән
| |
Бөгөнгө хәле | емерек |
Апостолға тиң Изге кенәз Владимир ғибәҙәтханаһы — Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡараған Дондағы Ростов ҡалаһындағы православие сиркәүе.
Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы, Саша Чебанова урамы, 12-се һанлы йорт.
История[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Апостолға тиң Изге кенәз Владимир хөрмәтенә сиркәү 1888—1889 йылдарҙа Дондағы Ростов ҡалаһында элекке Баҡса тыҡырығында (хәҙер Саша Чебанов урамы) төҙөлгән. Сиркәүҙең әйҙәүсеһе һәм инвесторы 2-се гильдия сауҙагәре Михаил Петрович Шахов булған, шуға күрә сиркәүҙе Шаховский сиркәүе тип тә йөрөтәләр. Башта сиркәүҙе май шәмдәр заводының йорт сиркәүе итеп һалырға булғандар, ләкин Рустың суҡыныуына 900 йыллыҡ юбилейына хөрмәт йөҙөнән М. П. Шахов ҙур ғибәҙәтхана төҙөтөргә ҡарар иткән. Сиркәүгә нигеҙ ташын 1888 йылдың 13 июнендә һалғандар. Проект авторы- архитектор Н. М. Соколов. 1889 йылдың 4 декабрендә епископ Серапион тарафынан Апостолға тиң Изге кенәз Владимир хөрмәтенә сиркәү изгеләндерелгән.
Бер көмбәҙле был ғибәҙәтхана кирбестән , үҙәк яҡтылыҡ үтә торған барабанлы, бер ҡатлы ҡыңғырау манаралы итеп һалынған. Йорт майлы буяуҙар менән биҙәкләп буялған. 1889—1891 йылдарҙағы сиркәү ведомосы мәғлүмәттәре буйынса сиркәүҙең 459,5 кв. м. Таш нигеҙҙә торған ҡоймалар сиркәүҙе уратып торған. Сиркәү ҡоймаһы эсендәге ике ҡатлы йортоң өҫкө ҡаты дин әһеле өсөн , ә аҫҡы ҡаты сиркәү ҡарауылсыһы өсөн һалынған. Сиркәүҙә бер класлы ирҙәр сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән, унда 150 малай уҡыған. Мәктәпте сауҙагәр М. П. Шахов үҙ аҡсаһына ҡарап тотҡан.
Бер аҙҙан һуң Владимир сиркәүен төҙөгән М. П. Шахов вафат булған . Шаховтарҙың балалары булмаған, һәм Михаил Петрович үҙенең 100 000 һум аҡсаһын ҡатыны , Ефросинья Леонтьевнаға мираҫ итеп ҡалдырған. Мираҫ шартында уның мөлкәтенән килгән табышҡа Владимир сиркәүенең руханийына, сиркәү-мәхәллә уҡытыусыларына хеҙмәт хаҡы түләргә һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарт-ҡоролар, йәтим ҡалған балалар приютын тоторға тейеш булғандар[1]. Шаховтың тол ҡатыны уның мөлкәтенән ҡала ҡарамағына ҡалдырып, бары тик үҙенә йәшәр өсөн дүрт бүлмәле фатир биреүҙәрен һораған .Ефросинья Леонтьевна Шахова сиркәү-мәхәллә мәктәбенең попечителе итеп ҡуйылған.
1930-сы йылдарҙа Владимир сиркәүен япҡандар, уның көмбәҙе ватылған, территорияһы Ленин исемендәге Паровоздар төҙөү (хәҙерге Ростов электровоздар ремонтлау) заводына бирелгән. Сиркәү биналары 1938 йылда Ростов ҡала советы Президиумы ҡарары менән заводтың сәнәғәтен төҙөү өсөн завод ҡарамағына тапшырылған.
1942 йылда, Дондағы Ростов немец-фашист ғәсҡәрҙәре оккупацияһы аҫтында саҡта, сиркәү йәмғиәте дини эштәр алып барған.
1943 йылда, азат ителгәс, Ростов, Владимир һәм Үрге Гнилов Серафимов ғибәҙәтханалары Совет Армияһы өсөн ике танк эшләтеү өсөн аҡса йыйып биргән. Ошо фиҙәҡәрлеге өсөн Владимир сиркәүе 1945 йылда Ҡыҙыл байраҡ һәм генералиссимус И. В. Сталин портреты менән бүләкләнгән. Тик был бүләктәр ғибәҙәтхананы ябыулыуҙан һаҡлап ҡала алмаған.
1944 йылдың 3 декабрендә Ленин ҡаласығы граждандары Тимер юл район советы депутаттарының башҡарма комитеты араһында «Дондағы Ростовтағы Владимир сиркәүенең йорт биналарын срокһыҙ бушлай алыу тураһында» килешеү төҙөшкәндәр. Ләкин 1954 йылда Ленин исемендәге паровоздар ремонтлау заводы етәкселәре сиркәү бинаһын заводҡа кире ҡайтарыуҙы һорап властарға мөрәжәҙғәт иткән. Ҡала депутаттар советының башҡарма комитеты № 1355 ҡарары менән 1954 йылдың 14 октябрендә заводтың һорауын ҡәнәғәтләндергән, сиркәү бинаһы бөтә йыһаздары менән бергә заводҡа кире ҡайтарып бирелгән. Владимир сиркәү йәмғиәте менән башҡарма комитет төҙөгән килешеү ғәмәлдән сығарылған.
СССР Министрҙар Советының Урыҫ Православие Сиркәүе эштәре буйынса Советы, Дондағы Ростовтағы Владимир сиркәүен сиркәү йәмғиәтенән алып, Ленин исемендәге заводҡа бирергә тигән ҡарар менән ризалашҡан. Дини йәмғиәткә башҡа бинаны арендаға йәки һатып алырға хоҡуҡ бирелгән.
1963 йылда элекке сиркәү йортон бөтөн территорияһы менән КР ДОСААФ ойошмаһына биргәндәр. Тик ДОСААФ-тың ремонт яһарға аҡсаһы булмағанлыҡтан, бинаны Тимер юл район Советының 1963 йылдың 24 декабрендә сыҡҡан 397-се ҡарары буйынса Тимер юл районы ведомствоһынан тыш һаҡлау ойошмаһы ҡарамағына хужалыҡ йорто итеп биргәндәр.
Хәҙерге ваҡытта сиркәүҙең көнсығыш стенаһы өлөшләтә тороп ҡалған.
2012 йылда Ростов һәм Новочеркасск митрополиты Меркурий Кенәз Владимир ғибәҙәтханаһының мәхәлләһен ойошторған. Йорттоң руханийы итеп иерей Владимир Сирин тәғәйенләнгән. 2012 йылда Кенәз Владимир мәхәлләһе элекке Апостолға тиң Изге кенәз Владимир емерелгән сиркәүе ерендә яңы ғибәҙәтхана төҙөү өсөн Рәсәй ер мөлкәте ойошмаһына ер һорап мөрөжәғәт итте.
2012 йылдан алып элекке ғибәҙәтхана урынындағы ваҡытлыса ҡоролған табыныу йортонда ғибәҙәт ҡылыуҙар дауам ителә. 2013 йылдың июлендә йорттоң башына мәхәллә кешеләре үҙ аҡсаһына көмбәҙ, ҡыңғырауҙар бүлмәһе эшләткәндәр. 2014 йылда ҡыңғырау манараһы ҡуйылған. 2013 йылдың 25 июлендә Дондағы Ростов ҡалаһында Апостолға тиң Изге кенәз Владимир хөрмәтенә изгеләндерелгән тәре ҡуйылған. Изгеләндереүҙе ойоштороусы- протоиерей Иоанн Осяк[2].
Хәҙерге ваҡытта сиркәү асылған, ул һәр көн 8:00-ҙән 17:00 тиклем эшләй, йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә бында ғибәҙәт ҡылыу эштәре алып барыла.
- Храм Святого Равноапостольного князя Владимира.Ростов-на-Дону 2.jpg
Изге апостолға тиң кенәз владимир сиркәүе
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Малаховский Е. И. Храмы Ростова-на-Дону. Часть 1. Донской временник.
- Князь Владимирский приход 2017 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған..
- Церковь Святого Равноапостольного Князя Владимира (г. Ростов-на-Дону)