Аракелоц монастыры

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аракелоц монастыры
Административ-территориаль берәмек Ачаркут[d][1]
Дәүләт
Архитектура стиле армянская архитектура[d][1]
Мираҫ статусы памятник культурного наследия в Армении[d][2]
Рәсем
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Карахан[d]
Указания, как добраться Կիրանց գետակի ձախափնյա բլրակի վրա[2]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Аракелоц монастыры (әрм. Առաքելոց վանք) — Әрмән апостол сиркәүенә ҡараған монастырь. Әрмәнстандың[3] Тавуш районындағы Киранц ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Аракелоц монастырына, күршеһендәге Киранц монастырындағы кеүек үк, нигеҙ Урта быуаттар осоронда, XIII быуатта, һалынған. Монастырь Әрмәнстан апостол сиркәүе ҡарамағында тора. Монастырь бинаһы Урта быуаттарҙағы әрмән архитектураһы стилендә XIII быуатта эре таштан һәм кирбестән төҙөлгән, улары ҡом-балсыҡ иҙмәһе менән тоташтырылып төҙөлгән. Монастырь бинаһының ҡыйығы көмбәҙ рәүешендә эшләнгән, уның манараһы цилиндар формаһында, ҡыйығының осона тәре ҡуйылған. Бөгөнгө көндә монастырь ярым емерек хәлдә тора. Ул эшләмәгән монастырҙар иҫәбенә ингән. Был монастырға Әрмәнстандың һәм башҡа илдәрҙең туристары күпләп килә һәм дини ҡомартҡы урынын хөрмәт менән иҫкә ала.

  • Киранц монастыры