Арбузов Борис Андреевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми етәксе Логунов Анатолий Алексеевич[1]
Гражданлығы
Ғилми исеме профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» юбилей миҙалы
Һөнәр төрө физик-теоретик, физик, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто
Балалары Арбузов, Андрей Борисович[d] и Anna[d]
Эш урыны
Эшмәкәрлек төрө элементар өлөшсәләр физикаһы[d] и ҡырҙың квант теорияһы[d]
Заты ир-ат
Рәсем
Тыуған көнө 12 май 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (86 йәш)
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1970)
Аспиранттар йәки докторанттар Andrei Ivanovich Davydychev[d][1]
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Арбузов Борис Андреевич (12 май 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй физигы, элементар өлөшсәләрҙең теоретик физикаһы һәм ҡырҙың квант теорияһы өлкәһендә белгес. Физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1980)[2].

Борис Андреевич Арбузов 1938 йылдың 12 майында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Андрей Иванович Арбузов, генерал-майор-инженер, авиацияның тоҫҡаусы системалары һәм бомба ташлау өлкәһендә билдәле белгес[3].

Борис Арбузов 1955 йылда урта белем ала һәм М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә, уны отличие менән тамамлай.

1961—1965 йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаһында Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институтының теоретик физика лабораторияһында эшләй. 1965 йылда «О разложимости S-матрицы по константе связи в квантовой теории поля» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

1966 йылдан Юғары энергиялар физикаһы институтының (Протвино, Мәскәү өлкәһе) теоретик физика бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1970 йылда «Геометрические схемы взаимодействия элементарных частиц» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. Лаборатория етәксеһе, шунан төп ғилми хеҙмәткәре була[4].

1973—1993 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының (һуңынан Рәсәй Фәндәр академияһы) нейтрин физикаһы буйынса ғилми советы ағзаһы була[2].

1999 йылдан Борис Арбузов Мәскәү дәүләт университетының ядро физикаһы ғилми-тикшеренеү институтында юғары энергиялар теоретик физикаһы бүлегенең (ОТФВЭ)[2] баш ғилми хеҙмәткәре вазифаһында.

1973 йылдан МДУ-ның физика факультетында уҡытыусы булып, элементар өлөшсәләр физикаһы буйынса лекциялар курсы уҡый[5]. 1980 йылда уға профессор исеме бирелә.

Улы — Андрей.

Борис Арбузовтың ғилми һөҙөмтәләре ҡырҙың квант теорияһында пертурбатив булмаған (йәғни бәйләнеш константаһы буйынса ҡуҙғыу теорияһы сиктәренән сығыусы) эффекттарҙы тикшереү, шулай уҡ элементар киҫәксәләрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеү процесстарын тасуирлау өсөн тейешле алымдарҙың үҫеше менән бәйле. Атап әйткәндә, был алым үҙ-ара көсһөҙ электр тәьҫирләшеүендә үҙенән-үҙе симметрия боҙолоуын һүрәтләү өсөн, шулай уҡ квант хромодинамикаһында Грин функциялары өсөн Швингер—Дайсон тигеҙләмәләрен сығарыу өсөн ҡулланылған[2].

Элементар өлөшсәләр физикаһының төрлө проблемаларына арналған күп кенә белем биреү күҙәтеү мәҡәләләре яҙған[4][6][7].

  1. 1 2 3 Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  2. 1 2 3 4 5 6 Энциклопедия Московского университета. Научно-исследовательский институт ядерной физики им. Д. В. Скобельцына. — Москва: Библион — Русская книга, 2006. — С. 169. — 352 с. — ISBN 5-902005-05-1.
  3. Арбузов Андрей Иванович (HTML). Большая электронная энциклопедия ВВИА им. проф. Н. Е. Жуковского. nasledie-vvia.ru. Дата обращения: 7 ғинуар 2015.
  4. 1 2 Б. А. Арбузов. Открытие самой тяжёлой элементарной частицы // Соросовский образовательный журнал. — 1996, № 9. — С. 94—99.
  5. Кафедра физики элементарных частиц (HTML). www.sinp.msu.ru. Дата обращения: 7 ғинуар 2015.
  6. Б. А. Арбузов. Физика подкритического состояния ядерного реактора // Соросовский образовательный журнал. — 1997, № 1. — С. 73—78.
  7. Б. А. Арбузов. Осцилляции нейтрино — рентген для небесных тел? // Соросовский образовательный журнал. — 1998, № 9. — С. 86—91.