Арепа

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Арепа
исп. arepa
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Арепакукуруз ҡамырынан йәки кукуруз ононан әҙерләнгән йәймә. Колумбия һәм Венесуэла аш-һыуында мөһим урын алып тора[1].

Был илдәрҙә арепа көн һайын тиерлек ҡулланыла. Ул шулай уҡ яртылаш теленә һәм сыр (queso), авокадо һ.б эслек менән бирелергә мөмкин. Күләме, кукуруз ононоң төрө һәм өҫтәлә торған ингредиенттары менән айырыла. Арепаны Панамала, Пуэрто-Рикола, Доминика Республикаһында, Триниадала һәм Тобагола һәм Канар утрауҙарында осратырға мөмкин[2]. Улар формаһы буйынса Мексиканың гордитына һәм Сальвадор пупустарына оҡшаш.

Характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арепа — кукуруз ононан әҙерләнгән яҫы түңәрәк һәм сөсө йәймә. Әҙерләү ысулы буйынса ҡыҙҙырылған, бешерелгән, быҡтырылған булыуы мөмкин. Арепа шулай уҡ төҫө, еҫе, эслеге һәм күләме менән төбәккә ярашлы айырылырға мөмкин. Арепа ит, йомортҡа, помидор, салат, сыр, балыҡ йәки диңгеҙ ҡыҫалалары менән тултырылырға йәки ҡапланырға мөмкин.

Әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кукуруз онон һыу һәм тоҙ менән, ҡайһы берҙә аҡ май, йомортҡа йәки һөт менән болғайҙар. Ҡатышманан котлет рәүешендә еңел генә йәймәләр формалаша. Арепа өсөн кукуруз әҙерләү никстамализацияһыҙ башҡарыла (бешереп йәки кукуруз орлоғон эзбиз йәки көо иретмәһендә бүрттереп). Был арепа өсөн ондо тортилиялар өсөн ҡулланылған ондан айырмалы итә[3].

Арепа әҙерләү өсөн һыуҙа бешерелгән һәм һуңынан киптерелгән махсус он шулай уҡ хальякас, больос, тамалес, эмпанадас һәм чича кеүек блюдоларҙы әҙерләүҙә ҡулланыла. Он masarepa, masa de arepa, masa al instante йәки harina precocidaалам тип атала. Арепа өсөн кукуруз ононоң бренды булып Венесуэлала Harina PAN, Harina Juana һәм , Колумбияла Areparina тора[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Arepas. whats4eats. Дата обращения 9 января 2017.
  2. Lopez, Adriana Bringing the Arepa to the World. Picapica. Дата обращения: 9 ғинуар 2017. Архивировано 16 июль 2016 года. 2016 йылдың 16 июль көнөндә архивланған.
  3. Blazes, Marian Masarepa - Precooked Corn Flour for Making Arepas. Дата обращения: 9 ғинуар 2017.
  4. Blazes, Marian Masarepa - Precooked Corn Flour for Making Arepas. About Food. Дата обращения 9 января 2017.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Sinclair C. G. arepa // Dictionary of Food: International Food and Cooking Terms from A to Z. — Second Edition. — London: A & C Black, 2004. — P. 32. — 632 p. — ISBN 978-1-4081-0218-3.
  • Miguel Felipe Dorta Vargas. ¡Viva la arepa!: Sabor, memoria e imaginario social en Venezuela. — Bogotá: Editorial Alfa, 2017. — 256 p. — ISBN 978-9803543709.