Арипов Абдулла Ниғмәт улы
үзб. Abdulla Nigmatovich Aripov | |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Заты | ир-ат |
![]() | |
Тыуған көнө | 24 май 1961 (64 йәш) |
Уҡыу йорто | |
Биләгән вазифаһы |
|
14 декабрь 2016 | |
Алда эшләүсе | Шавкат Миромонович Мирзиёев[d] |
14 сентябрь 2016 — 14 декабрь 2016 | |
Алда эшләүсе | Икрамов, Адхам Ильхамович[d] |
30 май 2002 — 22 август 2012 | |
Алда эшләүсе | Азизходжаев, Алишер[d] |
Әүҙемлек урыны | Ташкент |
Тыуған урыны | |
![]() |
Арипов Абдулла Ниғмәт улы (үзб. Abdulla Nigʻmatovich Oripov; 24 май 1961 йыл) — Үзбәкстандың дәүләт эшмәкәре. 2016 йылдың 14 декабренән Үзбәкстан Республикаһының дүртенсе премьер-министры[1].
Биографияһы
Абдулла Ниғмәт улы Арипов 1961 йылдың 24 майында Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта тыуған. 1983 йылда Ташкент электр-техник институтын тамамлаған. Квалификацияһы — электр элемтәһе инженеры.
1983 йылдан 1992 йылға тиклем Ташкент телефон-телеграф станцияһында 1-се категориялы электрон инженер булып эшләй. Һуңынан 1993 йылдан алып яңы барлыҡҡа килгән Үзбәкстан Республикаһы Элемтә министрлығында баш белгес вазифаһында эшләй. 1993 йылдан 1995 йылға тиклем «Узимпэксалока» тышҡы сауҙа фирмаһы директоры урынбаҫары вазифаһын биләй. Бер аҙ ваҡыт Үзбәкстан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының төҙөлөш һәм тәьмин итеү бүлеге начальнигы вазифаһында эшләгән.
1995 йылдан 1996 йылға тиклем «ТашАфиналАЛ» берлектәге предприятиеһының генераль директоры булып эшләй. Артабан Үзбәкстан Республикаһы Элемтә министрлығының хосусилаштырыу һәм конкуренцияны үҫтереү бүлеге етәксеһе вазифаһында бер аҙ ваҡыт эшләй. 1997 йылда Үзбәкстан почта һәм телекоммуникациялар агентлығының баҙар үҙгәрештәре һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙары бүлеге етәксеһе вазифаһында эшләй. 1997 йылдан 2000 йылға тиклем Почта һәм телекоммуникацияларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы фонды директоры вазифаһында эшләгән. 2000 йылдан 2001 йылға тиклем Үзбәк почта һәм телекоммуникациялар агентлығының генераль директорының беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләй.

2001 йылдың 15 авгусынан Үзбәкстан почта һәм телекоммуникациялар агентлығының генераль директоры вазифаһында эшләй. 2002 йылдың 30 майында Үзбәкстан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары — Элемтә һәм мәғлүмәт технологиялары мәсьәләләре буйынса комплекс етәксеһе — Үзбәкстан элемтә һәм мәғлүмәтләштереү агентлығының генераль директоры итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдың 4 февраленән — премьер-министр урынбаҫары — Үзбәкстан Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры, Мәғлүмәт системалары һәм телекоммуникациялар мәсьәләләре буйынса комплекс етәксеһе.
2009 йылдың октябренән — шулай уҡ социаль өлкә, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм БДБ буйынса партнёрҙар менән бәйләнеш өсөн яуап бирә. 2012 йылдың 22 авгусынан ул опалға эләгә. Премьер-министр урынбаҫары вазифаһынан алына (ул саҡта киң мәғлүмәт саралары уны Рәсәй МТС компанияһының «филиалы» — МТС-Үзбәкстан кәрәҙле операторы тирәләй ойошторолған конфликт менән эштән бушатыуҙы бәйләгәндәр)[2].
2012 йылдың авгусынан 2016 йылдың сентябренә тиклем Ташкент ҡалаһының элемтә колледжында өлкән уҡытыусы булып эшләй. 2016 йылдың 14 сентябренән Үзбәкстан президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уны Үзбәкстан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары — Йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт, мәғлүмәт системалары һәм телекоммуникациялар мәсьәләләре буйынса комплекс етәксеһе итеп тәғәйенләй[3].
Хөкүмәт етәкселегендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2016 йылдың 12 декабрендә идара итеүсе Үзбәкстан Либераль-демократик партияһы съезында (үзб. O‘zLiDeP) Ариповтың кандидатураһы премьер-министр вазифаһына тәҡдим ителә[4], уның кандидатураһы 14 декабрҙә Закондар сығарыу палатаһы һәм Олий Маждис Сенатының берлектәге ултырышы барышында ҡарала һәм раҫлана[5].
Ғаиләһе
Өйләнгән, биш ҡыҙы бар.
Дәрәжәләре
Арипов — иҡтисади фәндәр кандидаты, доцент дәрәжәһенә эйә.
Наградалары
- «Фидокорона хизматлари учун» («Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн») ордены (2021 йыл)[6]
- «Мехнат шухрати» («Хеҙмәт даны») ордены (2006 йылдың 28 авгусы) — сәнәғәт, ауыл һәм һыу хужалығын, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм республика хеҙмәттәре өлкәһен донъя стандарттары кимәлендә үҫтереү, алдынғы технологиялар, фән һәм техника ҡаҙаныштарын производствоға индереү, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, илдә тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто нығытыуға индергән күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн[7].
- «Дустлик» («Дуҫлыҡ») ордены.
- II дәрәжә «Достык» ордены (Ҡаҙағстан, 2021 йылдың 4 майы)[8]
- II дәрәжә Исмоил Сомони ордены (Тажикстан, 2018 йыл) — дуҫлыҡ һәм күршелек, шулай уҡ мәҙәни-гуманитар, социаль-иҡтисади һәм фәнни-техник бәйләнештәрҙе нығытыу, киңәйтеү һәм үҫтереү эшенә тос өлөш индергәне өсөн[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Парламент Узбекистана утвердил Арипова премьер-министром республики — ТАСС
- ↑ СМИ: Узбекская «дочка» МТС сделала вице-премьера безработным
- ↑ Абдулла Арипов вернулся в правительство
- ↑ Абдулла Арипов выдвинут на пост главы правительства Узбекистана . 2017 йылдың 10 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Абдулла Арипов возглавил правительство Узбекистана .
- ↑ Абдулла Арипов награждён орденом «Фидокорона хизматлари учун»
- ↑ О награждении в связи с 15-й годовщиной независимости Республики Узбекистан группы государственных служащих и работников производственной и социально-экономической сфер
- ↑ Премьер-министр Узбекистана получил казахстанский орден «Достык»
- ↑ Президент Таджикистана наградил Арипова и Камилова
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- «Дустлик» ордены кавалерҙары
- Исмоили Самони ордены кавалерҙары
- 24 майҙа тыуғандар
- 1961 йылда тыуғандар
- Ташкентта тыуғандар
- Рувики:Изолированные статьи/сирота0
- РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр (тип: q5)
- XXI быуат хакимдары
- XXI быуат сәйәсмәндәре
- Үзбәкстан премьер-министрҙары
- Ташкент мәғлүмәти технологиялар университетын тамамлаусылар
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары