Евгений Викторович Артюшков 1937 йылдың 26 декабрендә Мәскәүҙә инженер Виктор Георгиевич Артюшков ғаиләһендә тыуған. Е. В. Артюшковтың олатаһы, Георгий Петрович Артюшков, 1897 йылда Петербург технология институтын тамамлай, Реутов мануфактураһының, Дедовск кизе-мамыҡ мануфактураһының (1913—1918), Яхрома иләү фабрикаһының (1927)[1] директоры, Мәскәү туҡыу сәнәғәте предприятиеларында иләү фабрикаларының техник етәксеһе һәм инженеры була[2].
1961 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай, унан һуң И. В. Курчатов исемендәге атом энергияһы институтында эшләй.
1969 йылда ҡаты Ер физикаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм СССР Фәндәр академияһының Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институтына эшкә күсә, хәҙерге ваҡытта — Рәсәй Фәндәр академияһының О. Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институты баш ғилми хеҙмәткәре.