Архипова Татьяна Сергеевна
Архипова Татьяна Сергеевна | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 12 ноябрь 1967 (57 йәш) |
Тыуған урыны | |
Ил | |
Эшмәкәрлеге | директор театра |
Архипова Татьяна Сергеевна (1967 йыл)[1] — Рәсәйҙең мәҙәниәт өлкәһе менеджеры, 2014 йылдан — Санкт-Петербургтың Ҙур драма театры директоры[2].
Биографияһы
Татьяна Архипова А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының социология факультетын тамамлай[3].
1990-сы йылдар башында «5 канал» дәүләт телерадиокомпанияһында (хәҙерге ТРК «Петербург — 5 канал») карьераһын башлай. 1994 йылда Санкт-Петербургта Хосе Каррерастың концерты менеджеры була[4].
1995 йылдан 2005 йылдар буйынса Владимир Кехман контролендәге Рәсәй баҙарына эре емеш-еләк импортсыһы JFC компаниялары төркөмө хеҙмәткәре. Архипова персонал буйынса директор һәм маркетинг һәм PR буйынса директор позицияларын бергә алып бара[5].
Татьяна Архипова 2005 йылдан 2007 йылдар буйынса «ТНТ — Санкт-Петербург» телеканалын етәкләй[6]. Уның етәкселегендә ТНТ-ның Петербург бүлеге үҙ телепроизводствоһын ойоштора, каналдың рейтингы 2007 йыл башында рекордлы билдәләргә етә[7].
2007 йылдың майында Владимир Кехман Михайловский театрының генераль директоры итеп тәғәйенләнә. Уның артынса Татьяна Архипова ла театрға генераль директорҙың беренсе урынбаҫары вазифаһына эшкә килә[8]. 2014 йылға тиклем был вазифала эшләй.
2014 йылдың майында Архипова Ҙур драма театры директоры булып китә[9]. 2017, 2020 һәм 2021 йылдарҙа «Деловой Петербург» гәзите версияһы буйынса Санкт-Петербургтың иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә индерелә[10][11][12].
Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышының Рәхмәт хатына лайыҡ була (2019)[13].
Сығанаҡтар
- ↑ Назначен новый директор БДТ им. Г.А. Товстоногова . БДТ.
- ↑ Новым директором БДТ станет бывшая замгендиректора Михайловского театра . NEWSru.com.
- ↑ Новости | Факультет социологии Санкт-Петербургского государственного университета . soc.spbu.ru. 2016 йылдың 14 август көнөндә архивланған.
- ↑ Архипова Татьяна Сергеевна . Деловой Петербург: Кто есть кто.
- ↑ Colta.ru. Директором БДТ станет Татьяна Архипова .
- ↑ Вести.ру. Бывшая глава ТНТ в Петербурге стала директором БДТ .
- ↑ AdLife: «ТНТ-Петербург» стал привлекательнее для рекламодателей 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Театру добавят опыта из ТВ . Деловой Петербург.
- ↑ Назначен новый директор БДТ им. Г. А. Товстоногова. 13 мая 2014
- ↑ Влиятельные женщины-2017 . story.dp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2017.
- ↑ Влиятельные женщины - 2020 . story.dp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2020.
- ↑ Влиятельные женщины Петербурга — 2021 . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2021.
- ↑ Об объявлении Благодарности Законодательного Собрания Санкт-Петербурга сотрудникам Федерального государственного бюджетного учреждения культуры "Российский государственный академический Большой драматический театр имени Г.А.Товстоногова" | Законодательное Собрание Санкт-Петербурга . www.assembly.spb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2019. 2019 йылдың 20 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |