Аршакидтар
Аршакидтар |
---|
Аршакидтар йәки Арсакидтар — парндар юлбашсыһы Аршак I нигеҙ һалған боронғо династия. Парфия империяһында[1], Әрмәнстанда (әрмән Аршакидтары), Атропатенда, Иберияла һәм Кавказ Албанияһында (массагет Аршакидтары) идара иткән.
Шәжәрәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иранды грек-македон Селевкиҙар династияһынан азат иткән Аршакидтарҙың (б. э. т. 250 йыл — б. э. 224 йыл) Парфия династияһы, баштан уҡ легендар батшалар — авеста геройҙары менән бәйләнешен иғлан итә — быны уларҙың илаһи ата — бабаһы Ҡәүи Аршан исеме раҫлай[2]. Британника Энциклопедияһына ярашлы, династияның нигеҙ һалыусылары булып Каспий диңгеҙе көнсығышҡа табан йәшәгән парна ҡәбиләһе ағзалары тора. Улар Искәндәр Зөлҡәрнәйн (б. т. 323 йыл э.) үлгәндән һуң күп тә үтмәй Парфияға инә һәм яйлап Иран һәм Месопотамияның күпселек өлөшөн контролә ала. Ариан шулай уҡ парфяндарҙың үҙ нәҫелен Әһәмәниҙәр батшаһына Артаксеркс II[3]ҡаратҡандар. Боронғо данлы батшаларҙың законлы вариҫтары итеп күҙ алдына килтереү идеяһы, моғайын, б. э. т. I быуат башында уҡ (йәки унан да алдараҡ) барлыҡҡа килгәндер. Мәҫәлән, Нисала табылған парфян документтарында Аrtaxšahrakān йөҙөм баҡсаһы телгә алына, документтарҙы нәшер итеүселәр фекеренсә, ул «моғайын, аршакидтарҙың легендар ата-бабаһы Артаксеркс II хөрмәтенә аталғандыр»[4].
Династияның өлкән тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аршакидтар — Б. э. т. 250 йыл дауамында Парфян батшалығында идара иткән династия[5]
— б. э. 224 йылы. Аршак I — Парфян державаһына нигеҙ һалыусы. 224 йылда Сәсәниҙәр ҡолатыла[1].
Династияның кесе тармаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аршакуни йәки Әрмән Аршакидтары — б. э. 66 — б. э. 428 йылдарында Әрмәнстанда идара иткән нәҫел.
Ҡайһы берҙә Парфияла үҙ-ара низағ һөҙөмтәһендә тәхеттән төшөрөлгән һәм Әрмәнстанға ҡасып киткән юғары ҡатлам һайлап ҡуйған һәм Рим императоры Октавиан Август ситләткән Парфян батшаһы Вонон I-не (б. э. 12 — 15 йылдарҙа идара иткән) династияға нигеҙ һалыусы тип һанала. Вонон I, Аршакидтар династияһы вәкиле булһа ла, был династияның ваҡытлыса ғына әрмән тәхетенә ултырған вәкиле була. Трдат I (Тиридат), Парфия, шулай уҡ Рим империяһы (66 йыл) Әрмәнстан батшаһы тип таныған Парфян батшаһы Вологез I-нең ҡустыһы хакимлыҡ иткән династияға туранан-тура нигеҙ һалыусыһы тип атала.
- Аршакуниани йәки Иберия Аршакидтары — династияның Иберияла идара иткән тармағы. Рев I — нигеҙ һалыусы.
- Арраншаһтар йәки Кавказ Албанияһы Аршакидтары — б. э. I—IV йылдарҙа Кавказ Албанияһында идара иткән династия.
Әҙибет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Encyclopaedia Britannica. Arsacid dynasty 2013 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған..
- ↑ Луконин В. Г. Древний и раннесредневековый Иран. М.: «Наука», 1987. 295 стр. — стр. 116 и прим. 37
- ↑ Arrian. Parthica, fr. −1 — Syncellus, c. 539. Цит. по: Луконин В. Г. Древний и раннесредневековый Иран. М.: «Наука», 1987. 295 стр. — стр. 116
- ↑ Дьяконов И. М., Лившиц В. А. Документы из Нисы I в. до н. э. (предварительные итоги работы). М., 1960. (XXV Международный конгресс востоковедов). Цит. по: Луконин В. Г. Древний и раннесредневековый Иран. М.: «Наука», 1987. 295 стр. — стр. 241
- ↑ Арсакиды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)