Аряев Леонид Николаевич
Аряев Леонид Николаевич | |
---|---|
Файл:Аряев Леонид Николаевич.jpg | |
Тыуған көнө | 18 июнь 1923 |
Тыуған урыны |
Тарханово, Советская Россия |
Вафат көнө | 4 апрель 1976 (52 йәш) |
Вафат урыны |
Одесса, Украинская ССР, СССР |
Ил | СССР |
Ғилми даирәһе | медицина |
Эшләгән урыны | ОНМУ |
Альма-матер | Военно-медицинская академия |
Ғилми дәрәжәһе | медицина фәндәре докторы[d] |
Награда һәм премиялары |
Аряев Леонид Николаевич (укр. Леонід Миколайович Аряєв; 1923—1976) — украин совет ғалимы, анестезиолог-реаниматолог, медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәте полковнигы. Украина ССР-ы Одесса, Николаев, Херсон өлкәләрендә һәм шулай уҡ Молдавия ССР-ы анестезиология хеҙмәтен ойоштороусы. Яҡынса 100 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән ике монография авторы[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарханово ауылында 1923 йылдың 18 июнендә тыуған, хәҙерге Мордовия Республикаһы территорияһында.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәрби наградаларға эйә.
Хәрби-медицина академияһын Ленинградта (ВМА, хәҙерге С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын 1946 йылда, 1957 йылда академик П. А. Куприянов клиникаһының хирургтарҙы камиллаштырыу факултетын) тамамла. Шулай уҡ Хәрби-медицина академияһының анестезиологтары курсында 1958—1965 йылдарҙа уҡый.
1946—1955 йылдарҙа Леонид Аряев медсанчаста хирург булып эшләй, 1957—1967 йылдарҙа ошо уҡ хәрби округ госпиталендә бер үк ваҡытта уҡыу һәм квалификация күтәреү курстарының етәксеһе була. 1966 йылда ВМА-ла «Анальгезия и поверхностный наркоз закисью азота при непродолжительных операциях, некоторых диагностических исследованиях и с лечебной целью» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яһай[2]. 1967 йылдан алып Одесса медицина институтының (хәҙер Одесса милли медицина университеты) доценты (1967—1068), хирургия кафедраһы профессоры (1968—1969), реаниматология һәм анестезиология кафедраһы мөдире (1969—1976). Шулай уҡ Одесса өлкә һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш белгесе була, Молдавия һәм Украина көньяҡ төбәгендә анестезиология һәм реаниматология хеҙмәтен ойоштороусы. Л. Н. Аряев етәкселеге аҫтында 13 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертациялары яҡланған[3].
1976 йылдың 4 апрелендә Украина ССР-ының Одесса ҡалаһында вафат була. Икенсе христиан ҡала зыяратында ерләнгән[1] Уның улы Николай (тыуған 1950) — шулай уҡ ғалим-медик.[4].
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «Ленинград оборонаһы өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», « 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеү өсөн»[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Леонід АРЯЄВ Миколайович (укр.)
- Одесса Милли медицина университеты — анестезиология кафедраһы тарихы 2018 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
- 18 июндә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 4 апрелдә вафат булғандар
- 1976 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Одессала вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Полковниктар (СССР)
- Медицина фәндәре докторҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Одесса медицина унивеситеты уҡытыусылары
- Ленинград Хәрби-медицина академияһын тамамлаусылар