Астана циркы
Астана циркы | |
Административ-территориаль берәмек | Астана |
---|---|
Дәүләт | |
Адрес | 5 проспект Кабанбай Батыра, Астана |
«Астана циркы» — Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Астанала урынлашҡан цирк учреждениеһы. Ҡаҙағстандың төп 3 цирктарының берһе, элекке СССР территорияһында иң яңы цирктарының береһе. 2005 йылдан эшләй. Яңы ҡаланың үҙәгендә Кабанбай-батыр проспектында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2001 йылдың декабрендә Ҡаҙағстан Республикаһы президенты Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы тарафынан Ишем йылғаһының һул яҡ яр буйында Яңы ҡала төҙөү генераль планы ҡабул ителгәндән һуң, цирк төҙөү башлана. Астананың Хакимиәт планлаштырыу һәм төҙөлөштө үҫтереү департаменты заказы буйынса, «Керуенстрой» төҙөлөш компанияһы беренсе подрядсы була, ә 2002 йылда яңы подрядсы — «Концерн „Найза-Курылыс“» ҡуйыла.
«Баш ҡала циркы» төҙөлә барған предприятиеһының директоры итеп Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ артисы Б. Жумагулов тәғәйенләнгән. 2003 йылда «Баш ҡала циркы» предприятиеһының дирекцияһы һәм хакимиәте булдырыла. 2005 йылдың 1 ғинуарынан финанслау башлана.
Төҙөлөш барашында һәм артабан был комплекс эшләү ваҡытында уға президент Н. Ә. Назарбаев, премьер-министр Д. К. Әхмәтов, президент хакимиәте башлығы А. Джаксыбеков, Астана акимы (мэры) У. Е. Шукеев бер нисә тапҡыр киләләр.
Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Осоусы тәрилкә» формаһындағы уникаль бина, проекттың төп авторы һәм архитекторы Толеген Абдильда етәкселегендәге Алматы ҡалаһының «Казгипрогор» ижади коллективы тарафынан эшләнә. 13 метрлыҡ классик диаметрлы арена 2000 кеше һыйҙырышлы тамашасылар залы менән уратып алынған. Айырым рәүештә 36 урынға VIP-ложа төҙөлгән.
Цирк бинаһына терәтеп административ-хужалыҡ блок төҙөлгән, бында цир хакимиәте, артист бүләмәләре, тренировка манежы, хайуандар өсөн вольерҙар, оҫтаханалар һәм башҡа ҡушымта помещениелар урынлашҡан. Шулай уҡ 4 ҡатлы ҡунаҡхана блогы бар, бында 113 кешегә урын, шул иҫәптән люкс һәм ике урынлы номерҙар, кафе һәм бар урынлашҡан. Ҡунаҡхананың һәр бер номеры «ҡыш-йәй» һауаны кондиционерлау системаһы, көнкүреш уңайлыҡтар менән йыһазландырылған.
Коллективы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Астана ҡалаһының мәҙәниәт идаралығының структура подразделениеһы булараҡ «Баш ҡала циркы» предприятиеһы мәҙәни-массауи саралар менән халыҡты киңерәк йәлеп итеү өсөн артабанғы үҫеш буйынса программаны тормошҡа ашыра. Был яңы шоу, мобиль гастроль төркөмдәрен ойоштороу, билдәле оҫталарҙы саҡырыу.
Цирк штаты 320 кешенән тора: шуларҙың 66 кешеһе хакимиәт һәм дирекцияла эшләй. Цирк труппаһы цирк сәнғәтенең атҡаҙанған оҫталарын, фестиваль һәм конкурстар лауреаттарын да, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһында төрлө приздар менән бүләкләнгән йәш артистарҙы ла үҙ эсенә ала. Циркта яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән — Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһынан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан билдәле артистар һәм менеджерҙар эшләй. Улар араһында Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ артисы дрессировщик Салмор Урманбетов; уның улы һәм вариҫы Ҡаҙағстан йәштәре берләшмәһе лауреаты Чингиз Урманбетов; Ҡытай арыҫландар дрессировщигы Хан Тачо; Ҡытай гимнастика уҡытыусыһы Цай Шуцы; Рәсәй Федацияһының халыҡ артисы ҡуйыусы режиссёр Леонид Карпенко. Йәш артистар «Цирк сәнғәте» номинацияһындағы лауреаттар иҫәбенән Астана, Алматы, Шымкент, Ҡарағанды, Ҡустанай һәм ҡалаларҙан алына.
Ижади коллективтар менән хеҙмттәшлек сиктәрендә, цирк артистары гастролдәр менән Рәсәйҙә, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Төркмәнстанда, Грузияла, Катарҙа, Иранда, Японияла һәм башҡа илдәрҙә була.
Цирк номерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Банджо»
- «Сары-Арка егеттәре»
- «Өйрәтелгән дөйәләр»
- «Өйрәтелгән пони»
- «Өйрәтелгән күгәрсендәр»
- «Жонгляж»
- «Иллюзия»
- «Өйрәтелгән эт менән клоунада»
- «Клоундар»
- «Балдаҡ»
- «Корд-де-Парель»
- «Мыльные пузыри»
- «Пластика этюды»
- «Рамка»
- «Ремни на резинках (соло)»
- «Ремни»
- «Рена тәгәрмәсе»
- «Урыҫ таяғы»
- «Сетка»
- «Сфера»
- «Трансформация»
- «Трапеция»
- «Хула-хупы»
- «Эксцентрика»
- «Бамбук» һауа номеры
- «Балдаҡ» һауа номеры
- «Африка арыҫландары» дрессураһы
- «Далматиндар» дрессураһы
- «Батыр» атүакробатика ансамбле
- Оригиналь баланс
- «Байконур» осошо
- Ирекле сым
- «Astana Flash» баш ҡала циркының шоу-балеты
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Астана циркының рәсми сайты 2018 йылдың 12 ноябрь көнөндә архивланған.