Атаман Ефремовтар һарайы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Һарай
Атаман Ефремовтар һарайы
Файл:Атаман Ефремовтар һарайы .JPG
47°08′29″ с. ш. 40°01′20″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Станица Старочеркасская станицаһы
Архитектура стиле классицизм
Нигеҙләнгән 1761
Строительство 17561761 йылдар
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110035000№ 6110035000
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Атаман Ефремовтар һарайы(шулай уҡ билдәле Атаман һарайы) — Старочеркасская станицаһындағы XVIII быуаттың гражданлыҡ архитектураһы ҡомартҡыһы. Бина 1761 йылда Ефремовтарҙың хужалығында төҙөлгән һәм уларҙың нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән йорто.

Старочеркасская станицаһындағы атаман һарайының алғы яғы классик стилдә төҙөлгән. Уның архитектураһы ғәҙәттәге Мәскәү һәм Петербургтың билдәле кешеләренең айырым утар һарайҙары кеүек итеп төҙөлгән. Бинаның өсмөйөшлө фронтоны дүрт айырым берәрләп торған колонналы һәи икешәрҙән бергә баҫтырылған шыма ярым колонналарҙа тора. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр сандрик менән биҙәлгән, ә беренсе ҡаттың тәҙрәләре баҫтырылған һуған формаһында. Тәҙрәләрҙең төрлө масштабта эшләнеүе йорт бинаһының үҙенсәлеге булып тора. Түбәнге ҡаттың тәҙрәләре ҙур түгел, формалары тәпәшәк, ә ҡараңғы йөҙлөктәре сауҙа итеүсе казактар Жученковтарҙың һатыу йорто тәҙрәләрен хәтерләтә. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр — ҙурыраҡ , яҡтыраҡ, еңел рамлылар, улар бинаға һарай төҫөн биреп торалар. Атаман Ефремовтарҙың йорто янында уларҙың ғаилә сиркәүе лә һалынған.

К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q2373220)