Ачабети ҡәлғәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ачабети ҡәлғәһе
Дәүләт
Файл:აჩაბეთის ციხე.jpg
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Ачабети ҡәлғәһе - Шида Картлиҙағы Гори муниципалитетының Ачабети ауылындағы нығытма.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ачабети ҡәлғәһе Грузияның Шида Картли төбәгендәге Тирисцҡали йылғаһының уң яҡ ярында, бәләкәй генә ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Йәнәшәлә, бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта Лиахви йылғаһы аға .

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төҙөлгән ваҡытын теүәл генә аныҡлап булмай, сөнки харабаларҙа төҙөлөштөң дүрт хронологик осоро күҙәтелә. Совет осоронда, 1931 йылда, Көньяҡ Осетияла профессор С.В.Безсонов етәкселегендә археологик экспедиция тикшеренеүҙәр үткәрә. Боронғо архитектура ҡомартҡыһының күп өлөшөн улар тасуирлап яҙа. Шулар араһында Ачабети ҡәлғәһе лә булған. Бына уның тураһында ошондай юлдар бар:

«Это жилое и оборонительное сооружение представляло из себя комплекс построек: главной башни, непосредственно примыкавших к ней пристроек и стены, охватывающей ломанной линией площадь в 350 кв. метров в окружности. Внутри стен находился домовой храм... В северо-западном углу этой стены, на высоте шести метров над землей обнаружен каменный мешок, представлявший из себя цилиндр с гладкими стенами и круглым отверстием вверху для спускания пленных. Если в такой мешок опускался один человек, то он должен был все время стоять, так как присесть на пол, по причине узости цилиндра, он не мог. По обе стороны от северной стороны башни идут стены. Толщина стены от 0,7 до 1 метра, высота до 6 метров. Местами стена разобрана. Совершенно не сохранилась восточная часть, в которой были проездные ворота. Уцелела только маленькая входная дверь, по-видимому, бывшая около главных ворот» [1]

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Achabeti castle.jpg
Ачабети ҡәлғәһе

Нығытма диуарҙары буттан һам юнылған таштан һалынған. Тәүҙә нығытма диуарында бәләкәй генә башня торған.

Нығытма диуары планы ярымтүңәрәкте хәтерләтә, һуңғараҡ уға көньяҡтан һәм көнсығыштан ҙурыраҡ дәүмәлле диуар төкөтөлгән, уныһы ла ярымтүңәрәк нигеҙле итеп һалынған. Бер нисә быуаттан ҡәлғә майҙанын киңәйтергә кәрәк булған, һәм өсөнсө диуар бик ҙур итеп һалғандар, ул 700 кв. м. тәшкил иткән.

Ҡомартҡы нигеҙе трапецияға яҡын һәм фрагменттары ғына һаҡланған. Башняһының формаһы төҙөк кенә түгел, аҫ яғы дүртмөйөш, өҫ яғы – киҫек мөйөшлө.

Дүрт ҡатлы булғаны беленә. Беренсе ҡаттың диуарында - тура мөйөшлө тәҙрә. Ишек икенсе ҡатта. Ишек янында сыуал (камин). Икенсе ҡаттағы көнсығыш һәм көнбайыш диуарҙарҙа тура мөйөшлө тәҙрәләр . Өсөнсө ҡатта дошманға атыу өсөн тишектәр ҡалдырылған булған. Дүртенсе ҡаттың диуарҙары бер метр кимәлендә генә һаҡланып ҡалған.

Башняһы суйырташтан, аҫтан ҡаҙып инерлек булмаһын өсөн һарыҡташтарға ултыртып һалынған булған. Төньяҡ фасадының уртаһында контрфорс рәүешле ярым түңәрәк рәүешендәге сығынты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • საქართველო, ენციკლოპედია, თბ., 1997. рус. Грузия, Энциклопедия, Tb., 1997.
  • გვასალია ჯ., ლიახვის ხეობის ისტორიულ-გეოგრაფიული საკითხისათვის, საქართველოს ისტორიული გეოგრაფიის კრებული, VI, თბ., 1982.рус. Гвасалия Дж., Историко-географическая проблема ущелья Лиахви. Географический сборник Грузии, VI, Tb., 1982.
  • მაკალათია ს., ლიახვის ხეობა, თბ., 1971.рус. Макалатия С., Лиахвское ущелье, Tb., 1971.
  • ზაქარაია პ., სამშობლოს გუშაგები, თბ., 1965.рус. Закарая П., Дозорный Родины, Tb., 1965.
  • ზაქარაია პ., ცხინვალის რაიონი, თბ., 1987.рус. Закарая П., Цхинвальский район, Tb., 1987.
  • ზაქარაია პ., ქართული ციხე-ქალაქები ციხესიმაგრეები ციხე-დარბაზები ციხე-გალავნები კოშკები, თბ., 2001.рус. Закарая П., Грузинская крепость Города-крепости Замковые крепости Замковые плитки, Tb., 2001.
  • შიდა ქართლი ტ. I, პატარა და დიდი ლიახვების ხეობების არქიტექტურული მემკვიდრეობა. თბ. 2002 წ.рус. Шида Картли. Архитектурное наследие маленького и великого ущелья Лиахви. Tb. 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]