Ағиҙел уйпатлығы
Ағиҙел уйпатлығы | |
---|---|
SEO_index | noindex |
Ағиҙел уйпатлығы, Ағиҙел депрессияһы (Тау алды депрессияһы; рус. Бельская депрессия) — Урал алды бөгөлөнөң беренсе дәрәжәләге эре кире тектоник структураһы. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында күренә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙылған. Оҙонлоғо 150 км, киңлеге 25-45 км.
Тасуирламаһы
Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта Башҡорт мегантиклинорийы менән сиктәш. Урта өлөшө субкиңлек Инйәр-Тоҙйылға бөгөлө менән ҡатмарланған.
Ағиҙел депрессияһы уның үҙәк өлөшөндә ултырма тоҡомдарҙан тора һәм өс ярусҡа бүленә:
- түбәнге — көңгөргә тиклемге, пермь, боронғо ултырмалар
- урта — көңгөр, пермь һәм түбәнге триас ултырмаларын үҙ эсенә ала
- көңгөр тоҙҙарының уйпатлыҡтары һәм мульдалары.
Топонимикаһы
Исеме Ағиҙел йылғаһынан алынған, уның бассейнында көнсығыштан көнбайышҡа — Ағиҙел һәм Кама йылғаларына ҡарата уртаҡ ауышлығы бар.
Әҙәбиәт
- Карст Башкортостана. УФНЦ Институт геологии. Уфа. 2005
- Геология СССР, М. 1964
Һылтанмалар
Е.В.Логин. Бельская депрессия . БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2015—2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2017.(недоступная ссылка)
Был тамамланмаған мәҡәлә геология буйынса. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |