Аҙан (мәсет, Сызрань)
Аҙан (мәсет, Сызрань) | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сызрань |
Дәүләт | |
Рәсми сайт | azan-syzran.ru |
«Аҙан» мәсете Сызрань ҡалаһында Жуковский урамында Образцовский майҙансығы территорияһында урынлашҡан. «Аҙан» исеме ғәрәп теленән исламда намаҙға саҡырыу тигәнде аңлата.
Тарихы
«Аҙан» мәсетенә 2001 йылда нигеҙ һалына һәм күп йыллыҡ төҙөлөштән һуң 2006 йылдың 1 декабрендә асыла[1]. Мәсет диндарҙар аҡсаһына төҙөлә, шул уҡ ваҡытта төҙөлөшкә Сызрань ҡалаһының сәнәғәт предприятиелары ҙур өлөш индерә: «Пластик» заводы (манара төҙөй) һәм ГК «Криста», «Тяжмаш», СНПЗ, «Нефтемаш»[2]. Мәсет бинаһы 400-гә тиклем кешене һыйҙыра ала. Манараның бейеклеге 27 метр тәшкил итә. Мәсеттә намаҙ уҡыу залынан тыш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн намаҙ уҡыу бүлмәһе һәм балаларҙың йәкшәмбе мәктәбе өсөн уҡыу класы бар. Мәсет проектының авторы булып Шафеев Әнүәр сығыш яһай.
Мәсет асыу тантанаһында Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин ҡатнаша.
Мәсет бөгөн
Аҙан мәсете эшләп тора: унда дини хеҙмәттәр башҡарыла, ислам нигеҙҙәрен уҡытыу буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй[3]. Мәсеттә төрлө мосолман халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән мосолман диаспораһы вәкилдәре араһында осрашыуҙар үтә[4]. 2006 йылдан мәсеттең имамы булып хәҙрәт Ибраһимов Фәрит тора.
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Сызрани благословят место будущей Соборной мечети . Ислам и общество (27 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2013. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- ↑ Ирина Правдина. В Сызрани построят соборную мечеть . Маленькая Сызрань (27 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2013.
- ↑ Ольга Чугай. Образцовская площадка: чтобы «спасти» район, нужны большие деньги . Маленькая Сызрань (14 май 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2013.
- ↑ Намик Гусейнов. Представитель Азербайджана принял участие в меджлисе, посвященном Дню Победы . AZE.az (11 май 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2013.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Мечеть Азан . Официальный сайт мечети «Азан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2013.
К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q2219)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |