Аҡйол Төркән

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡйол Төркән
төр. Türkân Akyol
25 март 1971 — 13 декабрь 1971
1980 — 1982
4 март 1992 — 25 июнь 1993
Алда эшләүсе Гюлер Илери[d]
Дауам иттереүсе Имрен Айкут[d]
Тыуған 12 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Вафат булған 7 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (88 йәш)
Ерләнгән урыны
Фирҡәһе
Белеме
Эшләгән урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Төркән Аҡйол (төр. Türkân Akyol; 12 октябрь 1928 — 7 сентябрь 2017) — төрөк сәйәсмәне, табибы һәм ғалимы. Ул беренсе төрөк ҡатын-ҡыҙ хөкүмәт министры[1] һәм Төркиәлә беренсе ҡатын-ҡыҙ университет ректоры[2].

Төркән Аҡйол 1928 йылдың 12 октябрендә Истанбулда тыуған. Башланғыс белемде Төркиәнең төрлө ҡалаларында ала, сөнки атаһы штаб офицеры була. 1947 йылда Истанбулда ҡыҙҙар өсөн Эренкей мәктәбен тамамлай[2].

Ғалим һәм сәйәсмән карьераһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡйол медицина белемен Анкара университетында ала, уны 1953 йылда тамамлай. Ул табип-пульмонолог булып китә[3] һәм академик карьераһын үҙенең альма-матерҙа дауам итә. 1965 йылда доцент, ә 1970 йылда профессор була. 1959 һәм 1965 йылдар араһында Акйол АҠШ-та, Францияла һәм Нидерландта ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә[2].

1971 йылдың 25 мартында ул Нихат Эрим кабинетында һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьминәт министры итеп тәғәйенләнә, шулай итеп Төркиә Хөкүмәтенең беренсе ҡатын-ҡыҙ министры була. Шул уҡ йылдың 13 декабрендә ул вазифаһынан отставкаға китә һәм университетка ҡайта[2].


1980 йылда Акйол Анкара университеты ректоры итеп һайлана, Төркиәнең беренсе ҡатын-ҡыҙ ректоры була. Был вазифала ул 1982 йылға тиклем эшләй, шунан һуң Юғары белем биреү советы менән аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында эштән китә[2]. Аҡйол университетта 1983 йылға тиклем, Эрдал Иненю уға Социал-демократик партияның (SODEP, һуңыраҡ Социал-демократик халыҡ партияһы) ойоштороусыһы булырға тәҡдим иткәнгә тиклем уҡыта. Аҡйол партия рәйесе урынбаҫары була[2].

Төркән Аҡйол парламентҡа 1987 йылғы дөйөм һайлауҙарҙан һуң Измир провинцияһынан депутат сифатында инә. 1991 йылда парламентта эшләү ваҡыты тамамланғандан һуң ул уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенә ҡайта[2]. 1992 йылда Сөләймән Демирелдың коалиция хөкүмәтендә ҡатын ҡыҙҙар һәм ғаилә эштәре буйынса министр итеп тәғәйенләнә[2]. 1993 йылда ул ҡабаттан Төркиәнең беренсе ҡатын-ҡыҙ премьер-министры Тансу Чилләр кабинетында министр итеп тәғәйенләнә.

Бурса ҡалаһында дауахана уның исемен йөрөтә[4].

  1. Türk kadınının ilkleri (Turkish), Hürriyet (10 октябрь 1998). 8 февраль 2013 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 Ankara Üniversitesi Rektörleri-Prof. Dr. Türkan Akyol (төр.). Ankara University. Дата обращения: 8 февраль 2013. Архивировано из оригинала 13 май 2012 года.
  3. Ankara Tıp'ın Göğüs Hastalıkları Ana Bilim Dalı Yenilendi (Turkish), Haberler (8 июль 2011). 2013-*2-08 тикшерелгән.
  4. Tasarim Halindedir | Under Construction |. Дата обращения: 13 апрель 2017. Архивировано из оригинала 21 апрель 2018 года. 2018 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.