Аҡтүбә операцияһы (1919)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡтүбә операцияһы
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Дата 14 август14 сентябрь 1919 йыл
Урыны Көнбайыш Ҡаҙағстан
Нәтижә РККА-ның Төркөстан Республикаһы ғәскәрҙәре менән ҡушылыуы
Ҡаршы тороусылар

СССР флагы РККА

Рәсәй флагы Аҡтар хәрәкәте

Командирҙар

СССР флагы М. В. Фрунзе

Рәсәй флагы Г. А. Белов

Ҡаршы тороусы көстәр

30 мең штык һәм ҡылыс
90 орудие
400 пулемёт

60 мең штык һәм ҡылыс

Аҡтүбә операцияһы — 1919 йылдың август-сентябрендә РККА-ның Төркөстан фронты һәм Төркөстан республикаһының Төньяҡ-көнсығыш фронты (элекке Аҡтүбә фронты) көстәренең аҡтарҙың Көньяҡ армияһына ҡаршы үткәрелгән һөжүм операцияһы.

Операция башланған мәлгә аҡтарҙың Көньяҡ армияһы Урал армияһы менән берлектә Каспий диңгеҙенең төньяҡ-көнсығыш сигенән алып ҡаҙаҡ далаларының үҙәк өлөшөнә тиклемге һыҙатты контролдә тота. Был һыҙаттан төньяҡтараҡ биләмәне — Ҡыҙыл Армия, көньяҡта совет Төркөстан Республикаһы ғәскәрҙәре контролдә тота. Төркөстан менән берләшеү һәм Эмбалағы нефть ятҡылыҡтарын контролгә алыу ҡыҙылдар һөжүменең төп маҡсаты була.

4-се ҡыҙылдар армияһы Лбищенск районында, аҡ гвардия ғәскәрҙәренең бер өлөшөн тотҡарлай һәм алыштар башлай. Ҡыҙылдарҙың Верхнеурал төркөмө Орск ҡалаһына яҡыная, әммә аҡтар уны ҡаланан 150 км алыҫлыҡта туҡтата. Ҡыҙылдарҙың Ырымбур төркөмө Орскиға көнбайыштан һөжүм итә һәм уны 30 августа яулап ала. 2 сентябрҙә ҡыҙылдарҙың Ырымбур төркөмө Аҡтүбәне яулай һәм һөжүмен көньяҡҡа табан тимер юлдары буйлап дауам итә. Бер үк ваҡытта Төркөстан Республикаһы ғәскәрҙәре, көньяҡтан һөжүм итеп, Салҡар станцияһын ала һәм 13 сентябрҙә Төркөстан фронты ғәскәрҙәре менән ҡушыла. Аҡтарҙың көньяҡ армияһы үҙенең тылынан айырыла һәм уның шәхси составының күпселек өлөшө әсирлеккә бирелә.

Операцияны уңышлы үткәреү һөҙөмтәһендә РККА ғәскәрҙәре Төркөстан Республикаһы ғәскәрҙәре менән ҡушыла һәм Эмбаға һөжүм итеү мөмкинлеген ала.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гражданская война и иностранная интервенция в СССР. М., 1983