Аҡҡоҙоҡ (Ырымбур өлкәһе)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр/етем0

Аҡҡоҙоҡ
Административ-территориаль берәмек Красночабанский сельсовет[d][1]
Дәүләт
Халыҡ һаны
Почта индексы 462725

Аҡҡоҙоҡ (рус. Аккудук)— Рәсәй, Ырымбур өлкәһенең Домбаровка районы Ҡыҙыл Чабан ауыл советы составындағы ҡасаба.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район үҙәге Домбаровка ҡасабаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, туранан яҡынса 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты ҡырҡа континенталь. Ҡыш, ҡағиҙә булараҡ, аҙ ҡарлы, ҡоро, һалҡын. Иң һыуыҡ ай — ғинуар. Ғинуарҙың уртаса температураһы — 16,5-17оС. Йылдың һыуыҡ осоронда (ноябрҙән мартҡа тиклем) яуым-төшөм яҡынса 100 миллиметр тәшкил итә. Ҡар япмаһы ноябрь уртаһында ята һәм апрель аҙағында иреп бөтә. Ҡар япмаһының бейеклеге 30 сантиметрҙан кәмерәк була.

Яҙ бик интенсив килә. Температура тиҙ күтәрелә һәм ер йылына. Ҡырау төшмәгән осор уртаса 120—135 көн тәшкил итә.

Йәй эҫе, ғәҙәттә, ҡоро. Июлдә уртаса температура +21,8оС. Максималь температура +42оС градусҡа тиклем барып етергә мөмкин. Йылдың йылы осоронда (апрелдән октябргә тиклем) яуым-төшөм яҡынса 100—250 миллиметр тәшкил итә.

Көҙөн иртәнге ҡырауҙар башлана. Һауа температураһы тигеҙһеҙ. Октябрь аҙағында температура нулдән түбән төшә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға 1929—1930 йылдарҙа «Ҡыҙыл Чабан» совхозының 2-се малсылыҡ фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Ауыл 1954 йылдан алып үҫешә башлай, ул саҡта илдә «сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙәрҙе үҙләштереү» сәйәсәте киң йәйелдерелә — был яңынан булдырылған совхоздарға ғына түгел, ә электән эшләп килгән колхоздар менән совхоздарға ла ҡағыла[4].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡҡоҙоҡ ҡасабаһы рәсми атамаһын 1966 йылда алған. Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, башҡорт телендәге аҡ һәм ҡоҙоҡ һүҙҙәренән яһалған[5][6].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылдан даими халыҡ һаны-186 кеше (ҡаҙаҡтар 99 %) , 2010 йылда 59 кеше[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
  • С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.