А. А. Кондратьев һәйкәле
Һәйкәл | |
А. А. Кондратьев һәйкәле
| |
Файл:Памятник Саше Кондратьеву.jpg | |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Свердлов яр буйы и Арсенал урамдары киҫелешендә Санкт-Петербург |
Координаталар | 59.9562/30.3753 |
Скульптор | Ю. Я. Мачерет |
Архитектор | Г. Д. Гликман |
Төҙөлөшө | 1956—1958 йылдар |
Материал | бронза, гранит |
А. А. Кондратьев һәйкәле — скульптуралы монумент Рәсәйҙең , Граждандар һуғышы геройы, комсомолец А. А. Кондратьевҡа ҡуйылған. Һәйкәл 1958 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Свердлов яр буйы һәм Арсенал урамдары киҫелешендәге скверҙа урынлашҡан. Һәйкәлдең авторҙары — скульптор Гавриил Давидович Гликман һәм архитектор Ю. Я Мачерет.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һәйкәл Ленинград ҡала башҡарма комитеты ҡарары нигеҙендә ҡуйылған. Ул Граждандар һуғышында ҡатнашыусы комсомолец А. А. Кондратьев хөрмәтенә ҡуйылған. Был комсолец аҡгвардееецтар ҡамауына эләгеп, әсирлектә ҡалырға теләмәйенсә, үҙ-үҙенә ҡул һалған кеше. Һәйкәлдең Выборг яғында ҡуйылыуы А. А. Кондратьевтың был районда беренсе комсомол ячейкаларын төҙөүе менән бәйле[1]. Һәйкәл өҫтөндә эшләгәндә скульптор Г. Д. Гликманға Кондратьевтың атаһы ярҙам итә, тап ул һәләк булған улының фотоһүрәттәрен скульпторға килтереп бирә[2]. Ленинград ҡалаһының «Монументскульптура» заводында А. А. Кондратьевтың бронза скульптураһы ҡойола[3]. Һәйкәл асыу тантанаһы 1958 йылдың 12 апрелендә уҙғарыла.
1977 йылда был һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы тип таныла[4]. 2000 йылдан алып һаҡлау аҫтында тора[5].
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дүрт ҡабырғалы тура мөйөшлө ҡыҙыл гранит пьедесталға егеттең скульптураһы баҫтырып ҡуйылған. Ул френч һәм галифе кейгән, ҡабырғаһында маузер кобураһы. Егет бер ҡулын арҡаһында тотоп тора, уның кәүҙәһенең торошо ирекле[6]. Әйтерһең дә, ул хәрби хәрәкәттәр картаһын өйрәнгән дә хәҙер инде ҡарар ҡабул итергә әҙер тора[7]. Комсомолецтың образында бер ниндәй ҙә геройлыҡ күренмәһә лә, скульптор Г. Д. Гликман уның эске ихтыяр көсөн һәм сыҙамлылығын кәүҙәләндерә алған. Һәйкәл шул заманға ярашлы реалистик манерала башҡарылған[8].
Постаменттың алғы яғында уйып яҙылған: «Граждандар һуғышы геройы / комсомолец-комиссар / Саша Кондратьев / 1900-1918». Һулдан скульптураның плинтында ҡултамға : «ск. Г. Д. Гликман 1956-1957 йылдар». А. А. Кондратьев һәйкәленең скульптураһы бейеклеге 2,2 метр тәшкил итә, постаментының бейеклеге — 1,6 метрға тиң[1].
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Кондратьеву А. А., памятник
- ↑ Е. В. Шудрова Памятник Александру Кондратьеву 2020 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған. // Государственный музей городской скульптуры
- ↑ Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. — С. 151
- ↑ Решение исполкома Ленгорсовета № 757 от 24.10.1977
- ↑ Распоряжение губернатора Санкт-Петербурга № 227-р от 06.03.2000
- ↑ Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
- ↑ Калинин Б. Н., Юревич П. П. Памятники Ленинграда и его окрестностей : справочник. — 2-е изд.. — Л.: Лениздат, 1965. — С. 76. — 431 с.
- ↑ Исаченко В. Г. Памятники Санкт-Петербурга. Справочник. 2004. — С. 190.