А. П. Чехов һәйкәле (Баденвайлер)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
А. П. Чехов һәйкәле (Баденвайлер)
Административ-территориаль берәмек Баденвайлер
Дәүләт
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза

А. П. Чехов һәйкәле — немец ҡалаһы Баденвайлерҙа 1908 йылда ҡуйылған монумент[1]. Был донъяла А.П. Чеховҡа ҡуйылған тәүге һәйкәл[2] в мире[3]

1908 йылда немец ҡалаһы Баденвайлер паркында Антон Павлович Чеховҡа донъяла тәүге һәйкәл асыла. Ул Константин Станиславский[1] инициативаһы буйынса барлыҡҡа килә, ул шулай уҡ яҙыусы П.Боборыкин һәм әҙәби тәнҡитсе А. Веселовский менән һәйкәлде асыуҙа ҡатнаша[4].

Һәйкәлдең авторы рус скульпторы Н. Шлейфер була[5], монумент бронзанан эшләнә[6]. Чехов бюсын йәшел һөҙәктә таш һибелгән ерҙә урынлаштыралар[7]. 1908 йылда Баденвайлерҙа А.П.Чехов хөрмәтенә асылған һәйкәл донъяла беренсе була. Һәйкәл шул иҫәптән урыҫтарҙың иғәнәһенә лә төҙөлә[8].

Баденвайлерҙа Чехов һәйкәлен асыу тантаналы була. Һәйкәл тирәләй сәскәләр һалалар, тамашасылар өсөн таҡта майҙансыҡ эшләйҙәр, фоторгафтар күп була[9]. Гофмейстер Эйхлер, академиктар А.Н.Веселовский, П.Д. Боборыкин, Мәскәү Художество театры Константин Станиславский телмәр менән сығыш яһай. . Һәйкәл күркәм тышҡы ҡиәфәте менән айырылып тора[8]

Һәйкәлде асҡандан һуң ҡунаҡханала аш ойошторола, рус композиторҙары музыкаһы башҡарыла[8] .

Беренсе донъя һуғышы аҙағында был һәйкәлдең постамены ғына ҡала, сөнки башҡа һәйкәлдәр менән бергә бюст ҡабаттан иретеүгә ебәрелә. Таш яҙмаһы һаҡлана: «Ңң яҡшы кеше һәм табипҡа» , «Бөйөк яҙыусы Антон Чеховҡа»[8].

1964 йылда, А.П. Чеховҡа беренсе һәйкәл булған урынға, совет журналистары килә[10].

1992 йылда Баденвайлерҙағы А.П. Чехов һәйкәлен Сахалин халҡы тергеҙергә ярҙам итә[11]. Яңы һәйкәлдең авторы Сахалин скульпторы Чеботарев Владимир була. Монумент 1908 йылғы элекке постаментҡа ҡуйыла, Чехов унда күтәрелгән яғалар менән һүрәтләнә. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн яңы һуҡмаҡ һалына[1]. Яңы һәйкәлде Сахалиндан «Сахалин утрауы» музейы директоры Георгий Мироманов алып килә[12]. Яңы һәйкәл шулай уҡ бронзанан ҡойолған була[13].

  1. 1 2 3 Музей Чехова в Баденвейлере. 2018 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
  2. К.С. Станиславский
  3. Нива, 5 июля 1908, с. 547
  4. Литературная газета.
  5. К. С. Станиславский
  6. Памятные места в других странах. 2018 йылдың 8 ноябрь көнөндә архивланған.
  7. 7
  8. 1 2 3 4 3
  9. 8
  10. !
  11. Память. 2017 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
  12. 14
  13. В Баденвайлере создано первое Немецкое общество Чехова.
  • Ольга Леонидовна Книппер, Мария Павловна Чехова. О.Л. Книппер — М.П. Чехова. Переписка. Том 1: 1899–1927. — ISBN 978-5-4448-0477-3.
  • К.С. Станиславский. Открытие памятника А.П.Чехову в Баденвайлере // Статьи. Речи. Заметки. Дневники. Воспоминания (1877-1917). — Проспект.
  • Иллюстрированный журнал литературы и современной жизни "Нива", №27. — Издательство А. Ф. Маркса, 5 июля 1908.
  • Коллектив авторов. Чехов А.П. и Общество любителей российской словесности (сборник).

К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q25430)