Баден-Баденда Фаберже музейы
Баден-Баденда Фаберже музейы | |
Административ-территориаль берәмек | Баден-Баден |
---|---|
Дәүләт | |
Нигеҙләүсе | Александр Николаевич Иванов[d] |
Адрес | Sophienstraße 30 |
Нигеҙләү датаһы | 2009 |
Рәсми сайт | fabergemuseum.de (нем.) (рус.) (инг.) |
Хөрмәтенә аталған | Карл Густавович Фаберже[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 9 май 2009 |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] и UTC+2:00[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Фаберже музейы — тотошлайы менән бөйөк ювелир Карл Густавович Фаберженың ижад фирмаһына бағышланған музей. А. Н. Иванов тарафынан нигеҙләнгән. Немец ҡала-курорты Баден-Баденда урынлашҡан.
Экспозиция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музейҙың уникаль коллекцияһында 700-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнеп, Фаберже фирмаһы әҫәрҙәренең Император пасха йомортҡаларынан алып Беренсе донъя һуғышы осорондағы тимер изделиеларға тиклем бөтөн спектр ҡуйылған. Ювелир әйберҙәренең ҙур коллекцияһынан менән бер рәттән, музейҙа портсигарҙарҙың, анималистик жанрҙың миниатюр һындары, көндәлек ҡулланылыштағы көмөш, алтын, аҫыл һәм ярым аҫыл таштарҙан эшләнгән әйберҙәрҙең ҙур коллекцияһы тупланған.
Иң әһәмиәтле экспонат булып 1902 йылда Барон Эдуард де Ротшильдтың (de Baron Rothschild Edouard) йәрәшеүе хөрмәтенә бүләк итеп эшләнгән Фаберже йомортҡаһы була. Иванов уны 2007 йылдың 28 ноябрендә Кристис (Christie' ' s) аукционындағы халыҡ-ара торгтар ваҡытында һатып ала. Уның хаҡы 9 миллион британия фунты (ошо ваҡытҡа 18.5 миллион доллар) тәшкил итә. Иванов һүҙҙәре буйынса — «ул Фаберженың иң яҡшы эше»[1].
Музей коллекцияһында Ротшильдта булған Фаберже йомортҡаларын тыш махсус рәүештә 1917 йылғы Пасхаға кролик формаһында эшләнгән көмөш графин, карел ҡайынынан эшләнгән, алтын һәм гәүһәр менән ҡапланған император Пасха йомортҡаларыбар. Әммә батша Николай II уны әсәһенә бүләк итеп өлгөрмәй, тәхеттән ҡолатыла. Ҡайһы бер эксперттарҙа был йомортҡа шик тыуҙыра, сөнки элек уның барлығы тураһында билдәле булмай. Хәҙер Иванов Рәсәй дәүләт архивтарының тикшеренеү фондтарынан йыйған һәм йомортҡаның ысын булыуын раҫлаған документтарға эйә. Ул күп кенә халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡуйыла һәм уның төп нөсхә булыуы ҡайһы бер ғалимдар тарафынан таныла[2].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фаберже музейы Баден-Баден курорт ҡалаһында 2009 йылдың майында Мәскәү коллекционеры Александр Иванов тарафынан асыла.
Иванов һүҙҙәре буйынса, музейҙы алыу һәм уны реновациялау 17 яҡынса миллион евроға бурып баҫа, был суммаға бер миллион евроға төшкән һаҡ системаһы ла инә. Иванов Германия>ның көнбайыш сиге эргәһендә булған Баден-Баденды юҡҡа һайламай, сөнки «курорт Франциянан алыҫ түгел һәм бай публика араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла; бынан тыш ул рустар араһында ла электән иң популяр булып тора». Шулай уҡ урындағы хөкүмәт тә баштан уҡ проект идеяһын хуплай[2].
Тиҙҙән Фаберже музейында яңы бүлек асыласаҡ, ул өҫтәмә рәүештә 600 метр күргәҙмә киңлеген өҫтәйәсәк һәм Европаның боронғо оҫталарына, Перуҙың Колумбҡа тиклемге ювелир әйберҙәренә арналасаҡ. Шулай уҡ раритет автомобилдәрҙе һаҡлау өсөн бина 2 000 квадрат метрҙан ашыуға киңәйтеләсәк. Ивановтың 1890 йылдан 1930 йылға тиклем сығарылған 50-ләгән Америка һәм Европа раритет автоһы бар. Улар барыһы ла яҡшы торошта. Иванов Хорватияла, Дубровникта тағы ла бер Фаберже музейын асырға планлаштыра. Әле ҡала хакимиәте менән уны асыу буйынсаһөйләшеүҙәр алып барыла[1].
2009 йылдың апрелендә, Фаберже музейы асылырға бер ай ҡалғас, Кайман Утрауҙарында теркәлгән Faberge Ltd компанияһы «Фаберже» атамаһына үҙенең генә хоҡуғы булыуын раҫлап, музейға иск яҙа. Был суд эше музейҙың беренсе йылдағы эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, сөнки уға «Фаберже» атамаһын ҡулланыу тыйыла, был хатта алтаҡталарҙы ла элеү мөмкинлегенән яҙҙыра. Асылғандан һуң 12 ай үткәс музей 500 000 евро күләмендә килем ала, ә 1 000 000—1500 000 евро булыры күҙалланған була, -тип һөйләй Иванов. Ул йылына миллион кеше килеп, һәр кем 10 евро түләр тип өмөтләнә. Процесс һөҙөмтәһе булып 2010 йылдың ғинуарында Майндағы Франкфуртта арбитраж судының Музейҙың Карл Фаберже исемен ҡулланыуға рөхсәт биреү генә түгел, судҡа биреүсе компанияға барлыҡ суд сығымдарын түләүҙе йөкмәтә. Ҡарар нигеҙендә, билдәле тарихи шәхестең исеме коммерцияла файҙаланыу өсөн тартып алынырға тейеш түгел, сөнки ул барыһы ла файҙалана алған мәҙәни мираҫ булып тора, тигән постулат ята[1].
Фото[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт музея
- Музей Фаберже. Фоторепортаж 2019 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
- Russian billionaire feathers his Fabergé nest egg 2013 йылдың 15 декабрь көнөндә архивланған.